Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2023, 05:39

Һырғанаҡ (Облепиха)

Һырғанаҡ  — бик файҙалы емеш.

Һырғанаҡ (Облепиха)Һырғанаҡ (Облепиха)
Һырғанаҡ (Облепиха)

Һырғанаҡ  — бик файҙалы емеш. Ундағы С һәм Р витаминдары ҡан тамырҙарын нығыта, уларҙың һығылмалылығын арттыра. А витамины күреү һәләтен яҡшырта.
✴Бынан тыш, һырғанаҡ тирене матурайта, йөрәк эшмәкәрлеген яйлай, ағыуланған организмды таҙарта.
✴15 микроэлементтан (тимер, магний, марганец, алюмин, кремний, бор, көкөрт һ.б) башҡа, уның составында тағы В1, В2, В9 (фолий кислотаһы) һәм К, Р витаминдары төркөмдәре бар. Һырғанаҡты йыш ашаған кешелә инфаркт, инсульт булмай, иммунитет күтәрелә.
✴Һырғанаҡтың емешен, һутын ашҡаҙан һуты түбән булғанда, бауыр күҙәнәктәрен яңыртыу, бауыр ағыуланыуын бөтөрөү өсөн ҡулланалар.
✴Һырғанаҡ майын ашҡаҙан һуты юғары һәм ашҡаҙандың сей яраһы булғанда көнөнә 2 тапҡыр 1-әр ҡалаҡлап эсергә. Дауаны 10 көн дауам итһәң, сей яра йүнәлә.
✴️Был май бит тиреһенә һөртөү өсөн дә уңайлы. Тире майлы булһа ла, ҡоро булһа ла, был май файҙалы, сөнки уның составында каротин бар.
✴️Тырнаҡтар тиҙ һыныусан булғанда тырнаҡтарығыҙға һөртөгөҙ, шулай уҡ эскә лә ҡабул итегеҙ.
✴️ Сәстәрҙе йыуыр алдынан 2 сәғәт алда баш тиреһенә һөртһәң, сәстәр матурлана.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

#һаулығымбайлығым

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_53077

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас