Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2023, 04:53

Андыҙ [Девясил]

Сәләмәт булығыҙ

Андыҙ [Девясил]Андыҙ [Девясил]
Андыҙ [Девясил]

Был шифалы күп йыллыҡ үлән, июнь — сентябрь айҙарында һары сәскә ата; емеше август — октябрь айҙарында өлгөрә. Андыҙ дымлы туғайҙарҙа, йылға, күл ярҙарында, урман ситендә үҫә.
✅Дауалау өсөн андыҙҙың тамыры һәм тамырһабағы ҡулланыла. Уларҙың составында алкалоидтар, сапониндар, инулин шәкәре, эфир майы, С, Е витаминдары һ.б. биологик актив матдәләр бар.
✅Андыҙҙың тамырын көҙгөһөн ҡаҙып алырға була. Ҡаҙып алғас тамыр һәм тамыр- һабағы тупраҡтан таҙартыла, ағым һыуҙа йыуыла. Эре тамыр һәм тамырһабаҡ киптерер алдынан ярып киҫкеләнә. Киптереү өсөн ҡоро, күләгәле урын һайлана. Кипкән тамыр һәм тамырһабаҡ дөрөҫ һаҡлағанда өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай.
✅Андыҙ тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
✅Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡты 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 3-4 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 аш ҡалағы эсергә.
⚠️Табип менән кәңәшләшеү мөһим.
💚Һау-сәләмәт булығыҙ! 

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_52916

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас