

Бәлеш ҡамырына картуф крахмалы ҡушығыҙ. Ул, беренсенән , ҡамырҙы ҡабарта, икенсенән, ризыҡ йомшаҡ булып бешә.Ондо ҡамыр баҫыр алдынан ғына иләгеҙ.
Бәлеш, ҡоймаҡ, икмәк ҡамырына манный ярмаһы һалығыҙ (ярты литр шыйыҡлыҡҡа бер ҡалаҡ). Ул да ҡамырҙы ҡабартып ебәрә һәм йомшаҡ итә.
Ҡамырға, һөттән ҡала, ярты стакан минераль һыу өҫтәгеҙ. Ярты стакан һыуға бер ҡалаҡ тоҙ һалып, аш һеркәһе йәки лимон кислотаһы менән «һүндереп» алығыҙ.
Сүпрәле ҡамыр әҙерләгәндә, бөтә ингредиент та бүлмә температураһында булырга тейеш.Һыуытҡыстан ғына алып эшләһәгеҙ, ҡамыр оҙаҡ әсей. Шыйыҡлыҡты 30-35 градусҡа тиклем йылытығыҙ. Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә ел булырға тейеш түгел.
Бәлештәрҙе, эслеге артыҡ кибеп китмәһен өсөн, уртаса утта бешерегеҙ.
Ҡамырға аҡ майҙы, маргаринды иретеп һалмағыҙ, йомшарғанын ғына ҡулланығыҙ. Сөнки утта иретелгән май ҡамырҙың структураһын боҙа.
Ҡамырға эслек һалыр алдынан бер аҙ крахмал һалығыҙ. Бешергәндә ағып сыҡмаҫ.
Ҡамырға йөҙөм ҡушыр алдынан уны онда әүәләгеҙ.