

Интернет тәүҙә эш башҡарыу өсөн генә ҡулланылһа, хәҙер һәр кем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә еңел генә төрлө мәғлүмәт таба ала. Унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Бәләкәйенән алып олоһона тиклем Интернет селтәрен үҙ аллы йәки курстарға йөрөп өйрәнергә тырыша. Уның ярҙамында донъялағы булған хәл-ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы, һауа торошон иң беренселәрҙән булып белергә мөмкин. Өйҙән сыҡмай Интернет аша төрлө коммуналь хеҙмәттәрҙе түләй алабыҙ, үҙебеҙгә кәрәкле кейем-һалымға заказ яһарға ла мөмкин.
Алыҫ араларҙы яҡынайтыу сараһы ла ул. Сит тарафтарҙа йәшәгән дуҫтар, туғандар менән аралашырға ярҙам итә, электрон почта аша төрлө рәсми ҡағыҙҙар алырға һәм ебәрергә була. Шулай уҡ, үҙебеҙҙең төрлө һорауҙарыбыҙға тиҙ арала яуаптарын да эҙләп табабыҙ, телевидениела тиҙ арала сыҡмаған кинолар ҡарайбыҙ.
Интернет барлыҡҡа килеү менән яңы һөнәрҙәр ҙә артты. Хатта социаль селтәр аша кешеләр аҡсаһын да эшләй. Ирекле эштең яҡшы яҡтары ла бар: эш графигыңды үҙең теләгәнсә төҙөй алаһың, юл сығымын кәметәһең. Улар араһында мутлашыусылар ҙа табыла. Айырыуса оло йәштәгеләр улар тоҙағына эләгә.
Кире яҡтарынан тағы шуларҙы атарға була: беҙ дуҫтарыбыҙ менән аралашмайбыҙ, ысынында уларҙы күрмәйбеҙ. Икенсенән, күп ваҡытыбыҙҙы Интернет селтәрендә бушҡа үткәрәбеҙ. Бер минутҡа тип кенә инәбеҙ ҙә сәғәтттәр буйнына онотолоп юғалабыҙ. Өсөнсөнән, телмәребеҙҙе үҫтермәйбеҙ, уйлаған уйҙарҙы һүҙҙәрҙә әйтә алмайбыҙ.
Әлеге мәлдә үҫмерҙәрҙең күбеһе интернетҡа бәйләнгән, китап уҡыу, дуҫтар менән аралашыу, урамда уйнау урынына улар үҙ ваҡытын бушҡа уҙғара. Бынан тыш күҙҙәр боҙола, дөрөҫ ултырмау сәбәпле умыртҡа бағанаһы зыян күрә. Ошоларҙы булдырмаҫ өсөн күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән шөгөлләнергә һәм дуҫтар менән күберәк ысын барлыҡта аралашырға кәрәк.
Таһир Вилданов, Сахай ауылы: - Интернеттан башҡа тормошто күҙ алдына килтереп буламы икән? Элегерәк Интернетҡа компьютер аша ғына инеп булһа, хәҙер һәр кемдең телефоны мобиль интернетҡа тоташҡан. Һәм был бик уңайлы ла, телефондағы ҡушылмалар аша магазинда ла, газ, свет өсөн һәм башҡа түләүҙәрҙе лә түләргә була.
Ҡасандыр ауылда бер генә телефон булған саҡтарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Беҙҙең өйгә төнгө икелә лә телефондан ашығыс рәүештә шылтыратырға киләләр ине. Ә хәҙер Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе улыма ҡарағанда, Һиндостанда эшләп йөрөгәне йышыраҡ шылтырата. Видеоэлемтә менән дә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Бына шулай замана үҙгәрә икән!
Хәниә Биктимерова, Ҡырмыҫҡалы ауылы: - Элекке сәғәттәр, хат яҙышыуҙар, китаптар уҡыу заманы бөгөн артта ҡалды. Нимә тиһәң дә, телефон һәр саҡ ҡул аҫтында. Уянып күҙҙе асҡас та, иң беренсе сәғәт ҡарауҙан башлап, ятҡансы күҙебеҙ шул телефонда. Телефондан башҡа йәшәүе бик ауыр булыр ине. Шуға күрә минең тормошомда Интернет беренсе урында тора.
Рүзилә , Үтәгән ауылы: - Әлеге заманда Интернет бик кәрәк, тип уйлайым. Уның киңлектәрендә үҙеңә бар кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табырға була. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға уның уҡыу буйынса кәрәге бик ҙур. Ә өлкәнерәктәр интернет селтәрен тиҙ генә ниндәйҙер рецепт йәиһә йыр табыр өсөн йыш ҡуллана.
Хәҙер бик күп йәштәрҙең өйҙән генә Интернет аша аҡса эшләүен дә иҫәпкә алһаң, ул аҡса эшләү сығанағы ла булып тора. Шуға күрә, ауылыбыҙға Ростелеком үткәрелеүенә бик һөйөндөк. Хәҙер теләгән һәр кешенең өйөндә Интернет бар. Телевизорға ҡарағанда ла, интернет кәрәгерәк. Шуға ла йәшәһен, Интернет тибеҙ!
Мәрйәм Кәлимуллина, Һәүәләй ауылы: - Нимәгә кәрәк ул Интернет?! Шуның арҡаһында кеше бер-береһе менән аралашмай, бер-береһен күрмәй. Балалар ҡунаҡҡа ҡайтһа ла, һәр береһе телефонына ҡаҙалып уйнап ултыра.
Яңыраҡ дауаханала ятырға тура килгәйне. Палатала ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар һәр береһе телефонына текәлеп ҡарап тик яттылар. Ни танышып, ни һөйләшеп булманы. Аптырағас, үҙҙәрен әрләп ҡуйҙым. Уның зыяны юҡ тип уйлайҙармы икән? Бер нисә йылдарҙан һуң нимә булыр белмәйем.