

Аджика
5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 6 дана әсе борос, 300 г һарымһаҡ, 0,5 кг керән, 1 стакан тоҙ, 2 стакан аш һеркәһе, 2 стакан шәкәр алына.
Барыһын йыуып, ит үткәргес аша үткәрергә (боростарҙы – орлоҡтары менән ҡуша), шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе өҫтәргә, 1 сәғәт самаһы ултыртып торорға ла, шешәләргә ҡойоп, ҡапҡастарын ябырға. Бешермәҫкә. Һыуытҡысһыҙ ҙа яҡшы һаҡлана. Был аджиканы керәнһеҙ ҙә эшләргә мөмкин.
***
5 кг помидор, 2 кг алма, 2 кг кишер, 2 кг татлы борос, 300 г әсе борос, 300 г һарымһаҡ, 0,7 л үҫемлек майы, 2 – 3 ҡалаҡ тоҙ.
Бөтәһен дә ит үткәргес аша үткәрергә, тоҙ, май һалырға, 2 сәғәт бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ҡапларға.
Борос ҡушылған
«Огонек»
200 г һарымһаҡ, 4 киҫәк керән тамыры, 2 бәйләм петрушка, 2 бәйләм укроп, 10 дана татлы борос, 20 дана әсе борос, 2 кг помидор, 4 ҡалаҡ шәкәр, 4 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан аш һеркәһе кәрәк. Ваҡ рәшәткәле ит үткәргестән сығарғас, тоҙ, шәкәр ҡушырға. Һауытында 2 – 3 көн тоторға ла, аш һеркәһе ҡойоп, яҡшылап болғатырға һәм банкаларға һалырға.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-09-27/tele-de-yotorlo-15-09-2023-3454666