

Табип-диетолог, нутрициолог Евгений Арзамасцев белдереүенсә, шәкәр диабеты янағанда күҙәнәктәр тейешенсә туҡланмай, шуға ла организм ризыҡ һорап тик тора.
Ашҡаҙан-эсәк юлдарында ниндәйҙең боҙоҡлоҡтар булһа, кешенең ашағыһы килә. Шулай уҡ ҡалҡан биҙендә проблема булһа ла, аппетит күтәрелә. Ризыҡтың бигүк файҙалы булмағаны ла инеп китә. Кеше стресты ла ашап туҡтатмаҡсы. Бында ла тойғоларҙы баҫыу өсөн күберәк фастфуд, ҡоро-һары, тәмле-татлы ашала. Аҡһым, углевод, май балансы тотолмай. Организмға углевод ни тиклем күберәк инә, шул тиклем күп ашағы килә.
Һөҙөмтәлә кеше һимерә, үҙен тағы ла насар тоя.
Табиптарға күренеп тороғоҙ, сәләмәт булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.