

Махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙәребеҙгә рухи терәк һәм таяныс булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Был фотоһүрәтте миңә әле генә Шайморатов исемендәге батальон яугире ебәрҙе. Ул яу барышында яраланған. Күреүегеҙсә, дошман пуляһы уның паспортын һәм доғалыҡты үтәләй тишкән. Был китапсыҡты яу алдынан изге Ҡөрьәндән доға уҡып тапшырғайным. Ул шунда уҡ тигәндәй алғы һыҙыҡҡа юлланғайны.
Аллаһ Тәғәләнән һорағыҙ, доға ҡылығыҙ, тип бушҡа әйтмәйбеҙ. Ул, бары тик Ул ғына ғүмерҙәрҙе һаҡлай. Иглин районынан Фидан туғаныбыҙға тиҙерәк һауығып, аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ. Оҙон, бәхетле ғүмер һиңә, “Кремень”. Амин”, - тип яҙҙы Хәмзә хәҙрәт.
Беҙ ҙә яугиргә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/khamzaakhun