

Эргә-тирәләге күршеләр менән көнөң, тормошоң кинолағы кеүек күренеп тора. Тәҙрә ҡорғандарының ҡасан асылып-ябылып торғанын, инәйем әйтмешләй, свиттәре ҡасан янып-һүнгәнен ғәҙәти рәүештә ҡарайһың. Ауыл тормошо - үҙе бер матур кисерештәр менән һуғарылған донъя бит ул.
Ике яҡ күршең менән дә боронғоса алыш-биреш, ҡойма аша сәләм бирешеү, көндәлек яңылыҡтар тураһында һөйләшеү, ҡош-ҡорт инһә, еңгәндәргә йә инәйеңдәргә индер, тип балаларҙы ике өй араһында йомошсо итеп йөрөтөү, тәмле бешкән ризыҡ менән бүлешеү, ситкә киткәндә, донъяңа, малыңа күҙ-ҡолаҡ булһын тип әйтеп китеү, һүҙһеҙ өмәләргә йөрөшөү һ.б. – барығыҙға ла таныштыр бындай хәлдәр.
Йылдар үткәс тә элекке, беҙ бала саҡтағы, күршеләрҙе һағындыра, "күрше инәй", "күрше бабай" тип уларҙы иҫкә алабыҙ...
Берҙән-бер улыма гел генә әйтәм:
-Улым, һиңә Ҡотандағы күрше Абдулла бабайҙың исемен ҡуштым.
Абдулла бабай яҡшы кеше, ярҙамсыл, тәрбиәле булды. Шуны уйлап улыбыҙға ла уның исемен ҡушҡанбыҙҙыр инде.
Бала саҡта ут күршелә Хәҙисә инәйемдәр - әсәйемдең ике туған апаһы йәшәне. Төнөн оҙағыраҡ утыбыҙ янһа, иртә менән инәйем беҙгә килеп инә торғайны.
- Свитығыҙ оҙаҡ янды төндә, нимә булды? – тип һорай һалыр ине.
Һылыуын, йәғни әсәйемде, гел хәстәрләп, ҡурсып торҙо шулай.
Миңә лә инәйемдең ярҙамы ныҡ тейҙе. Имтихандар ваҡытында инәйем осраһа, ныҡ шатлана торғайным. Ул тап булһа, юлым гел уңып, еңел генә биреп ҡайтҡаным хәтерҙә. Шуға уның имтихан биргән осорҙа осрауын эстән генә гел теләп йөрөнөм. Йылдар үтеп, кеше булып аяҡҡа баҫҡас, инәйемә рәхмәт әйтеп күлдәк кейҙерҙем.
Һул яҡтан күршебеҙ Мәҙинә инәй ине. Уның баҡсаһында сәскән әйбере ныҡ уңа торғайны, картуфы гел эре булды, йәшелсәнең бар төрөн дә үҫтерҙеләр Һаҙый бабай менән. Тәртип менән генә сәселгән түтәлдәрҙә ҡыйзың әҫәре лә булманы. Тәгәрәп уңды йәшелсәләре, Иҙел буйында ҡырау ҙа әллә ни булмай торғайны шул. Һәр ултыртҡан йәшелсәһе гөрләп үҫә, һабаҡтарында ғына помидорҙар ҡыҙара ине. Мәҙинә инәйҙең икмәге лә уңып бешә торғайны. Бәләкәй саҡта уның, бөгөн икмәгем арба тәгәрмәселәй уңды, тигәнен ишетеп, ныҡ аптырағайным. Шул икмәкте күрге, ашап ҡарағы килгәне иҫтә. Үҙебеҙ ҙә икмәктән өҙөлмәйбеҙ бит инде – ғаилә ҙур булғас әсәйем көн дә тиерлек 5-6 икмәк бешереп ала. Ә минең һаман теге икмәкте күрге килә. Бәләкәй генә мин, бар батырлығымды йыйып, Мәҙинә инәйгә барып индем.
-Мәҙинә инәй, теге арба тәгәрмәсендәй бөгөн генә бешкән икмәгеңде биреп тор әле, - тип.
Сәй эсеп ултырған инәйем ҙур гәзиткә ҡабарып бешкән түңәрәк ҙур икмәген төрөп биреп ҡайтарҙы... Ысынлап та, икмәк түп-түңәрәк, етмәһә, ауыр, еҫе лә тәмле генә, яңы бешкән икмәк еҫе, ҡомалаҡ әсеткеһендә генә бешерелгән. Шулай итеп алып ҡайттым икмәкте. Икмәк өҫтөнә икмәк алып ҡайтҡан балаға өйҙәгеләр нимә тип әйткәндер – иҫләмәйем. Ә бына уны ашағанымды яҡшы хәтерләйем. Тәме үҙебеҙҙең икмәктеке һымаҡ, ә арба тәгәрмәсенә оҡшаған һыҙыҡтарҙы тапмайым. Апайҙарым, атайым минән көлә, бар, тышҡа сығып, тағы ла арба тәгәрмәсен ҡарап ин әле, тип.
-Күршенең икмәге уңып бешкән, ҙур табаға һалып бешергән, шуға күрә ул арба тәгәрмәсе менән сағыштырып һөйләгән инде, - тип аңлатты әсәйем.
Уң яҡтан күрше булып Сәғиҙә инәйҙәр йәшәне. Ипле һүҙле инәй булды, тешем һыҙлаһа, башым ауыртһа, уға йүгерә торған инем. Уның дауалау һәләте булғандыр, ҡулы менән тейһә лә, ауыртҡан ер нисектер баҫылып ҡала ине. Был инәй мейестән икмәген алғас та, өҫтөн майлай торғайны. Икмәгенең өҫтө ялтырап китә. Бала саҡта аңламайһың, тышы майланған икмәкте нисек ашайҙар икән, тип ҡарап ултырғаным үҙе бер кәмит. Хәҙер үҙем май һөртөп ебәргән осраҡта күрше Сәғиҙә инәйҙе иҫләп алам...
Ғәфиә инәйҙәр ҡапма-ҡаршы йәшәгәстәр, эңерҙә мейестәренә ут яҡһалар, тәҙрә ашаһынан беҙҙең өйҙөң ҙур яғында күренә торған ине, шул ут яҡтылығына ҡарарға яраттым.
Беҙҙең ҡапҡа төбө сиҙәм генә, әле лә шулай уҡ матур итеп күпереп ята. Күрше инәйҙәр үләнгә ултырып бәйләм бәйләнеләр, бер ыңғай ҡаҙ себештәрен көтөп, көндәлек донъяуи хәлдәр тураһында күңелле итеп һөйләшерҙәр ине. Эргәләрендә тыңлап ултырып, күрше инәйҙәр ҡыҙына әүрелдем шул заманда, йомошсо ла булдым инде.
-Бар ҡарап кил әле, Рәхилә инәйең астымы магазинын?
Бикле, тиһәң:
-Ҡасан асыр икән, һорап кил, - тип тағы ебәрәләр.
Бер ҙә ҡыйын түгел ине йомошсо ролен башҡарыуы, фыйт был яҡҡа йүгерәһең, тағы теге яҡҡа сабаһың. Ҙур эш башҡарған оло кеше итеп тояһың үҙеңде. Бына шундай күрше инәйҙәр менән үҫергә, ниндәйҙер дәрәжәлә тормош мәктәбе үтергә тура килде миңә.
...Күрше инәйҙәр хәҙер юҡ инде, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күстеләр... Урындарына килендәр, еңгәйҙәр ҡалды. Ә ике йорт бөтөнләй нигеҙҙәре менән алынды, юл һалыу сәбәпле.
Бала саҡтың йылы хәтирәләре генә ҡалды күңелдә... Әсәйле саҡ, күршеле саҡ бер мәл генә икән ул... Әсәйеңдең икмәге иң тәмлеһе, иң ҡәҙерлеһе икәнен аңлаған саҡ...
Рузалия Ҡаһарманова, Бөрйән районы Яңы Усман ауылы.
Автор:Аклима Гизатуллина