Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2023, 18:26

Өфөлә Октябрь Революцияһы урамы икенсе Арбатҡа әйләнәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың Киров районында Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялау барышы менән танышты.

Өфөлә Октябрь Революцияһы урамы икенсе Арбатҡа әйләнәсәкӨфөлә Октябрь Революцияһы урамы икенсе Арбатҡа әйләнәсәк
Өфөлә Октябрь Революцияһы урамы икенсе Арбатҡа әйләнәсәк

1,3 км оҙонлоҡтағы участкала инженер селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороуға һәм киң тротуарҙар, ял итеү һәм сауҙа-күңел асыу йорттары өсөн майҙансыҡтар менән велосипедсылар, йәйәүлеләр зонаһы булдырыласаҡ. Бөтә эштәр белгестәр, фән вәкилдәре, археологтар менән килешеп эшләнә. Реконструкцияның беренсе этабы тамамланғандан һуң Октябрь Революцияһы урамы буйлап транспорт хәрәкәте һәр яҡҡа бер һыҙаттан ойошторола. Һуңынан икенсе этап сиктәрендә йорттар реставрациялана.

 - Октябрь Революцияһы урамы - Өфөләге иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе. Әлегә  юлдар төҙөкләндерелә, тротуарҙар киңәйтелә. Беҙҙең бурыс-төҙөкләндереүҙе Ағиҙел йылғаһы буйына еткереү. Хәҙер унда башлыса мәҙәни мираҫ объекттары урынлашҡан. Юл һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү менән был объекттар потенциаль инвесторҙар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Был урам Өфө Арбатына әйләнер тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Автор:Аклима Имамова

https://bashgazet.ru/news/y-m-i-t/2023-09-19/f-l-oktyabr-revolyutsiya-y-uramy-ikense-arbat-a-yl-n-s-k-3445746

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас