Рәсәй Хеҙмәт министрлығы Президент ҡушыуы буйынса инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшләргә лә, дәүләт пособиеһы алырға ла мөмкинлек бирәсәк Указ проекты әҙерләне. Документ 2024 йылдан өлөшләтә мәшғүллек шарттарында ғәмәлгә инәсәк.
– Баҙар шарттарындағы үҙгәрештәр, мәшғүллектең төрлө формалары үҫешеүе, шул иҫәптән дистанциянан тороп эшләү һәм үҙмәшғүллек, инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә өҫтәмә килем алырға мөмкинлекте арттыра. Улар ситтән тороп йәки тулы булмаған көн эшләй ала. Тик бөгөн ата-әсәгә эшләү һәм пособие алыу мөмкинлеге араһында һайланырға тура килә. Президент ҡушыуы буйынса норматив базаға тейешле үҙгәрештәр индерелде, һөҙөмтәлә ата-әсәгә дәүләт ярҙамын юғалтмай эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуҙырылды, – тип белдерҙе Рәсәй Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Антон Котяков.
Инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм опекундарға түләүҙәр күләме ун мең һум тәшкил итә.Әле ундай түләүҙәрҙе бары эшләмәүсе граждандар ғына ала. 2024 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙәрҙе алыу мөмкинлегенә тулы булмаған эш көнө, дистанциянан тороп, өйҙә, граждан- хоҡуҡи килешеүе буйынса эшләгән ата-әсәләр һәм опекундар ҙа, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр ҙә эйә буласаҡ.
Фото: “Башинформ”.