Даирә
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 10:14

Бауырҙы йөҙөм менән таҙартыу

Бауырға бик күп көс төшә – тап ошо орган кеше организмын токсиндарҙан таҙартыу өсөн яуап бирә. 

Бауырҙы йөҙөм менән таҙартыу
Бауырҙы йөҙөм менән таҙартыу

Йөҙөм һәм уның төнәтмәһен ҡулланыу йөрәк-ҡан тамырҙары һәм бауыр ауырыуҙарын    иҫкәртеүҙең бик яҡшы  сараһы булып тора.

 
 

Табиптар элек-электән иртәнсәк бер ус йөҙөм ашарға ҡуша. Уның йөрәккә файҙаһы ҙур,  организмды насар холестериндан таҙарта, триглицеридтар  кимәлен кәметә һәм эс ҡатыуҙан арынырға ярҙам итә.

Йөҙөмдө һыуҙа бешереп төнәтмә әҙерләгәндә, организм өсөн файҙаһы тағы ла күберәк. Был осраҡта кипкән емештәге  шәкәр иҫәбе кәмей. Йөҙөм төнәтмәһе ҡанды таҙартыуҙа ҡатнашыусы биохимик процестарға этәргес йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә ҡанды токсиндарҙан арындыра.

Төнәтмәне әҙерләү өсөн 2 стакан һыу һәм 150 г йөҙөм кәрәк. Емештең сифатлыһын һайлап алырға тырышығыҙ. Тышы ялтырап торғанына ҡыҙыҡмағыҙ. Ул ҡарараҡ һәм тәбиғи төҫтә булырға тейеш. Үтә ҡаты ла,  йомшаҡ та түгел, иң мөһиме улар таҙа һәм бөтөн булһын.

Кәстрүлгә ике стакан һыуҙы ҡойоп утҡа ҡуйырға. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, яҡшы итеп йыуылған йөҙөмдө һалып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан уны төнө буйы төнәтергә.

Иртәгәһенә иртәнсәк был шифалы һыуҙы һөҙөп алып, саҡ ҡына йылыта биреп  ас ҡарынға эсергә.  Төнәтмәне эскәндән һуң 30 – 35 минуттан һуң ғына иртәнге сәй эсергә мөмкин.   

Айына бер тапҡыр булһа ла дүрт көн буйына  йөҙөм төнәтмәһен эсеү бауырҙың эшмәкәрлеген көйләп,  уның төп функцияларын тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ аш эшкәртеүҙе лә яҡшырта.

Табип менән кәңәшләшеү мөһим

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: