Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 09:51

Бәшмәкселәр айыуға осрап, уның менән фотоға төшкән

Урманда һаҡ булығыҙ! 

Бәшмәкселәр айыуға осрап, уның менән фотоға төшкән
Бәшмәкселәр айыуға осрап, уның менән фотоға төшкән

Әбйәлил районында бер ғаилә урманға барған...

 

"Подслушано Аскарово и Абзелиловский район" вк-төркөмө яҙыуынса, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зәйнетдиновтар ғаиләһе үҙҙәре тыуып үҫкән Хәмит ауылына ҡайтып, урманға бәшмәккә барған. Унда уларға айыу осраған.

Ҡурҡмайынса, улар ете минут буйы яҡында ғына ашанып йөрөгән тайыштабанды фотоға һәм видеоға төшөргән. Кадр артында "Дауай-дауай, миңә кил", "ҡурҡмай ҙа бит әле" тигән тауыштар ҙа ишетелә. Ир кеше хатта айыу менән фотоға ла төшә. Аҙаҡтан ҡысҡырып, ботаҡтар ташлап, машинаны пипелдәтеп айыуҙы ҡурҡытып ебәрәләр.

Ярай әле хайуан кешеләргә ташланмаған. Айыу бит көтмәгәндә һөжүм итергә лә мөмкин. Видеонан күренеүенсә, ул шәп хәрәкәт итә, йүгерә. 

Урманда һаҡ булығыҙ! Быйыл айыу бик күп, ауылдарға яҡын киләләр, малға ла ташланалар.

Фото: https://vk.com/telekanal_salyam

Видео сығанағы: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-54044308_626017%2F9b153d6182dd22ce80&z=video-54044308_456240545%2F242b08fc30b956a45b%2Fpl_post_-54044308_626017

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: