Был сара уҡыусы балаларҙы һәм бөтә халыҡты физик культура менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, айыҡ тормош алып барыу, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау, күп кеше ҡатнашлығында үткән физкультура-спорт ярыштарын ойоштороу формаларын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Йүгереүҙә республика психологик реабилитация һәм балиғ булмағандарҙы коррекциялау үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре, район мәктәптәре уҡыусылары һәм хатта, ағинәйҙәр ҙә ҡатнашты.
Сараны асҡандан һуң район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов тантаналы рәүештә ярышта ҡатнашыусы 60 йәштән өлкән спортсылар Ғәлиә Хәкимова, Рәмзиә Тимербаева, Флизә Рәжәпова, Асия Кәримова, Фәүзиә Аҡкүбәкова, Фәрзүнә Йыһаншина, Римма Даянова, Тамара Вәхитова, Рида Әхмәҙуллина, Татьяна Ибраҡоваларға физкультура-сәләмәтләндереү хеҙмәттәрен алыуға сертификаттар тапшырҙы. Уларҙың барыһы ла Бөтә Рәсәй
физкультура-спорт нормативтарын үтәп, ГТО-ның алтын билдәләрен алғандар.
Бына бөтә спортсылар бер-бер артлы старт һыҙығына баҫты. Шулай итеп, стартҡа иң беренселәрҙән булып өлкән быуын вәкил- дәре скандинав атлау буйынса ярышҡа сыҡты. Улар араһында кемдәргә еңеүсе булыу бәхете тейҙе һуң? Турнир һөҙөмтәһен ҡарап үтәйек. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп Гөлзимә Наҙершина беренсе булып килде, уның артынан Тамара Вәхитова килде, өсөнсөлә Римма Даянова.
Йүгереү буйынса өлкән ирегеттәр араһында Филарет Вәхитов 1-се урынға сыҡты. 2-се урында Фәрит Ғайсин, 3-сө булып Миңлеғәле Абдуллин килде.
- Беҙ ҙә был ярышта ҡатнашырға теләк белдерҙек. Тәрбиәләнеүселәр шатланып риза булды. Барыһы ла күтәренке кәйеф менән килде. Бөгөнгө көн уларҙы яман уйҙарҙар арындырыр, тип уйлайым. Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Был ярыш йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуя,- тине республиканың балиғ булмаған психологик-педагогик реабилитациялау һәм коррек- циялау үҙәге директоры Рушан Кахтиранов.
Шулай итеп, республика балиғ булмағандарҙы психологик-педагогик реабилитациялау һәм коррекциялау үҙәге хеҙмәткәрҙәре араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан Алина Голубева - 1-се, Линара Сәйфетдинова 2-се, Регина Сафина 3-сө урынды алды. Ир-егеттәр араһынан Рушан Кахтиранов беренсе, Илнур Ғәҙелшин икенсе һәм Денис Йөҙлөкбаев өсөнсө булып килде. Үҙәктең тәрбиәләнеүселәре араһынан Вероника Абитова 1-се урында, Алеся Бейда 2-се урын алды, 3-сө урынға Александра Ардашева сыҡты. Малайҙар араһында Владислав Нәсибуллин 1-се урынды яуланы, 2-се урынды Вилдан Ғәбитов алды, 3-сө урында Юлдаш Ғәббәсов булды.
Район уҡыусылары араһынан еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: ҡыҙҙар араһынан 1-се урынды Розалия Әхмәтгәрәева яуланы (С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусыһы), 2-се урынды Ралина Таһирова (С.М.Чугункин исемендәге мәктәп) алды, 3-сө урынға Полина Сарлыбаева (Һәүәләй) сыҡты. Малайҙар араһында Римал Абдуллин (2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе) беренсе булып килде, унан әҙ генә ҡалышып Илназ Әминев (2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе) икенсе булып килде, өсөнсөлә Рәвил Мерфәизов (Ҡырмыҫҡалы гимназияһы) килде.
- Мин спортты яратам, сәләмәт тормош алып барам. Ике йылдан ашыу тхэквондо менән шөғөлләнәм. Шулай уҡ мәктәптә, район кимәлендә үткәрелгән төрлө спорт ярыштарында ла ҡатнашам,- ти С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 6 “б” класы уҡыусыһы Розалия Әхмәтгәрәева.
Бөтә спортсылар араһынан С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Венера Таһирова иң йәш йүгереүсе тип табылды. Ул апай-ағайҙарынан бер ҙә ҡалышмай, финишҡа тиклем йүгереп килде.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.