Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 14:34

Секретарь – етәксенең йөҙө

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район Советы аппаратының баш белгесе Зарема Вәлиева менән әңгәмә

Секретарь – етәксенең йөҙө
Секретарь – етәксенең йөҙө

Секретарь – офистың эше тураһында, клиенттар һәм партнерҙар менән аралаша белгән, етәксегә һәм хеҙмәттәштәренә ярҙам иткән, эшлекле осрашыуҙар һәм саралар ойошторған, документтар һәм корреспонденция алып барған, бөтә мәғлүмәткә эйә булған һәм күп функциялар башҡарған ойошмала бик мөһим
кеше. Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район Советы аппаратының баш белгесе Зарема Вәлиева шундайҙарҙың береһе.
- Был вазифала күпме йыл эшләйһегеҙ?
- Бында мин 2011 йылдың май айынан алып эшләйем.
- Был эш һеҙҙе нимәһе менән йәлеп итте?
- Тәү сиратта, төрлө кешеләр менән даими аралашыу. Икенсенән, төҙөкләндереү, көнкүреш мәсьәләләре, төрлө программалар буйынса мәсьәләләр борсоған ябай граждандарҙың һорауҙарын хәл итергә, дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам
итеү. Секретарҙар ҡыйыу, көслө кешеләр. Был эштә уның эш сифаттары, һөнәри оҫталығы, аҡылы, стиле һәм һөйкөмлөлөгө мөһим.
- Һеҙҙең бурыстарығыҙ ниндәй?
- Телефон аша шылтыратып, факстар ҡабул итәм, электрон документтар әйләнеше алып барам. Шулай уҡ хакимиәт башлығы күрһәтмәләрен үтәү, граждандарҙы ҡабул итеү, кәрәк булһа, хакимиәт башлығы исеменән хаттар әҙерләү, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән эшләү, телефон аша шылтыратыуҙарға яуап биреү кеүек бурыстар тора.
- Йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап, етәксенең кәйефен билдәләп буламы?
- Эйе, йөҙөнә ҡарап, кешенең нимә тураһында уйлауын, кәйефен, холҡон белә алабыҙ. Хатта аяҡ тауышынан етәксенең килгәнен белеп торам.
- Эште алмаштырырға теләгән саҡтар булдымы?
- Бер ҡасан да эште алмаштырыу тигән уйым булманы. Эшем бик оҡшай. Ике мәртәбә декрет ялында булдым, шул ваҡытта балаға 1 йәш тә 2 ай булғас та эшкә сыҡтым.
- Эшегеҙҙең ҡайһы яғы оҡшамай?
- Һәр эш кеүек минең эшемдең дә күҙгә күренмәгән ҡатмарлыҡтары бар, әлбиттә. Ситтән ҡарағанда ғына еңел эш һымаҡ тойола. Эштән һуң ҡалған көндәр ҙә күп булды. Һанлаштырыу, электрон документтар әйләнеше арҡаһында документтарға һәм эшкә талаптар йылдан-йыл үҙгәрә. Яңы талаптарға көйләнергә тура килә. Ә былай, дөйөм алғанда, эшкә зарланмайым, күп йыллыҡ тәжрибә эште тиҙ арала башҡарырға ярҙам итә. Эш көнө аҙағына эшемдең һөҙөмтәһен күреү тағы ла илһамландыра.
- Эшегеҙҙә ниндәй сифаттар ярҙам итә?
- Беренсенән, яҡшы секретарь һәр саҡ сабыр, эшенең нескәлектәрен бик яҡшы белергә, мөләйем йөҙлө булырға тейеш. Маҡсатҡа ынтылышлы булыу, төплө белемле, эшһөйәр булыу мөһим. Яуаплылыҡты тоя, кеше менән аралаша белеү, иғтибарлы булыу, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттар талап ителә. Шулай уҡ кешенең тышҡы ҡиәфәте лә, үҙен тотошо ла, ғәҙәттәре лә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итә.
- Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Ялығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
- Ялымды ғаиләм менән бергә үткәрәм. Бөтә ғаиләбеҙ менән спорт менән шөғөлләнәбеҙ. Саф һауа һулап тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ, йүгерәбеҙ, велосипедта елдерәбеҙ. Балаларыбыҙҙы көслө рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Туған телде белеү, уға һөйөү һәм хөрмәт ғаиләлә башлана. Тел йәшәй икән милләт тә йәшәй. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, тарихи үткәндәребеҙ, нәҫел тамырҙарыбыҙ хаҡында балаларыбыҙ аңына еткереү мөһим. Шуға күрә балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, бөтә яҡтан да шәжәрәбеҙҙе өйрәнәбеҙ. Бынан тыш, беҙ сәнғәткә ғашиҡ кешеләрбеҙ, ғаиләбеҙ менән йырлайбыҙ.
Белемем буйынса биолог булараҡ, яҙлы-көҙлө баҡса эше менән шөғөлләнергә яратам. Йәшелсә-емеш үҫтереп йыйып, йәшелсә банкалары кәштәгә урынлаштырылған. Йәйен күҙҙең яуын алып төрлө сәскәләр үҫә. Район тормошо менән ҡайнап йәшәйбеҙ. Быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” республика конкурсының зона этабында еңеүсе булдыҡ. Республика буйынса 3-сө урын алдыҡ. Атай-әсәйҙәрҙе лә онотмайбыҙ, уларға мөмкин булғанса йөрөргә һәм хужалыҡта ярҙам итергә тырышабыҙ.
- Һөнәри байрамығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
- Ҙурлап үткәрергә ваҡытыбыҙ ҙа юҡ. Шуға күрә өйҙә ғаилә менән генә билдәләп үтәбеҙ.
- 60 секунд эсендә нимә өлгөрөрһөгөҙ?
- 60 секунд эсендә эштең мөһимлеген билдәләргә һәм ваҡытты кәрәкле һәм ашығыс эшкә бүлергә өлгөрәм. Шулай, бер нисә шылтыратыу эшләп өлгөрөргә һәм корреспонденция ҡарарға ла мөмкин.
- Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ.
- Үҙем Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамланым. Артабан Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрист һөнәрен үҙләштерҙем. Бөгөнгө көндә район хакимиәтендә эшләйем. Тормош иптәшем Илдар шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Шаян, отҡор, аҡыллы, зирәк ике улға ғүмер бирҙек. Өлкән улыбыҙ Салауат Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 3-сө “б” класында тик биш билдәләренә генә уҡый. Шул уҡ ваҡытта шахмат түңәрәгенә йөрөргә лә, “Егеттәр” исемле вокал ансамблендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Район мәҙәниәт йортонда үткәрелгән бик күп сараларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, бөтә Рәсәй һәм республика йыр конкурсында, район
һәм республика олимпиадаларында ҡатнаша. Өҫтәл теннисы, шахмат түңәрәктәрендә шөғөлләнә, инглиз телен өйрәнә. Бәләкәй улыбыҙ Дамир ҙа ағаһынан ҡалышмай. Балалар баҡсаһында үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, театр тамашаларында төп ролдәрҙә ихлас башҡара, матур итеп һүрәт төшөрә һәм йырларға ярата.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: