Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 12:26

Халыҡ үҙ тауышын бирҙе

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм ауыл советтары биләмәләренә депутаттар һайлау көнө артта ҡалды.

Халыҡ үҙ тауышын бирҙе
Халыҡ үҙ тауышын бирҙе

Төбәгебеҙҙең һәр районы һәм ауылы халҡы республикабыҙ киләсәген, үҙҙәренең яҙмышын хәл итеүсе гражданлыҡ бурысын үтәне. Был көндө һайлауға килгән һәр кем тауыш биреп кенә ҡалманы, үҙешмәкәр артистар ойошторған концертты ҡарап, көҙгө йәрминкәлә лә ҡатнашты.
Ҡамышлы ауыл Советының 2280-се һанлы Түбәнге Төкөн һайлау участкаһында ла был сара ойошҡан рәүештә уҙҙы.
- Беҙҙең участкаға Түбәнге Төкөн һәм Үрге Төкөн ауылдары инә. Урындағы халыҡ һайлау кеүек мөһим сараға етди ҡарай, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Ишемғолова.
Түбәнге Төкөн ауылынан 84 йәшлек хеҙмәт уҙаманы Зилә Шәһивәли ҡыҙы Ғәлиева үҙ ғүмерендә бер һайлауҙы ла ҡалдырғаны юҡ. Ул ғүмере буйына мәктәп интернатында тәрбиәсе, һуңынан китапханасы булып эшләгән.

- Быйыл онотоп китеп, һуңғараҡ ҡалғанмын, - тип көлөп килеп инде ул участкаға.
Үрге һәм Түбәнге Төкөн үҙешмәкәрҙәренең концерты һайлауға килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итте. Гармунсы Вәзих Бикҡужиндың гармун көйҙәре, «Мәләш» ансамбленең моңло һәм дәртле йырҙары, Уралиә Сәхәпованың һинд бейеүе тамашасыларҙың күңелен әсир итте. Ғөмүмән, районыбыҙ халҡы һайлауҙарға дәррәү, күтәренке кәйеф, киләсәккә ышаныс менән килде.
- Илебеҙҙең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф түгелбеҙ. Шуға ла яуаплы саранан бер ваҡытта ситтә ҡалмайбыҙ. Һайларға хоҡуғыбыҙ бар икән, уны мотлаҡ ҡулланырға кәрәк, - тине улар.
Гөлсәсәк Аласова.

Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында урынлашҡан 2286-сы һайлау участкаһында ла тауыш биреүселәр әүҙемлек күрһәтте.
- Һайлауға килеп беҙ үҙ киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ, депутаттарға ҙур ышаныс менән бағабыҙ. Халыҡтың өмөттәрен аҡларҙай, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырҙай партиялар, кандидаттар булыуына ышанабыҙ. Беҙ бергәләшеп кенә тормошобоҙҙо яҡшыға үҙгәртә алабыҙ,- ти Фәнисә һәм Ринат Сәйфуллиндар.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: