Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 21:46

“Борсолма, инәй, мин ҡайтам”, тигәйне...

Ринат барыбыҙ араһында айырыуса яғымлы булды, ир-егет булһа ла, инәйебеҙҙе ҡосаҡлап үбеүҙән, матур һүҙҙәр әйтеүҙән тартынманы. Тыуған илен, тыуған төйәген яратты, “Башҡортостан кеүек матур ер башҡа бер ҡайҙа ла юҡ” тип йыш әйтер ине...     

“Борсолма, инәй, мин ҡайтам”, тигәйне...
“Борсолма, инәй, мин ҡайтам”, тигәйне...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Рида Фәхрисламованың ғаиләһенә кисергән ауыр ҡайғы – уның бер туған ҡустыһы, махсус хәрби операция яугире, офицер Ринат Фәхрисламовтың һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

13 сентябрҙә кесе лейтенант Ринатты тыуған төйәгендә – Асҡын районының Билгеш ауылында оло хөрмәт менән һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм митингыһында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, 2007- 2019 йылдарҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Фларит Усманов, Ринаттың яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары, яҡташтары ҡатнашты.

Рида Фәхрисламова менән Ринат тураһында иҫтәлектәрҙе яңынан барланыҡ.

- Хәрби тормош – минеке ул, тине гел энекәшем. Махсус тәғәйенләнештәге бүлексәләрҙә (ОМОН-да) эшләне, дүрт тапҡыр Чечняла булды. Шайморатов батальонына ла үҙе теләп яҙылды, “бындай ваҡытта мин ситтә ҡала алмайым, беҙҙекеләр барыһы ла шунда, мин дә барам”, тине. Махсус хәрби операция барышында ике тапҡыр яраланды, ҡатмарлы ғына операциялар кисерҙе, әммә яңынан хәрби сафҡа баҫырға атлығып торҙо.

Ҡустым бына тигән ғаилә башлығы булды, киленебеҙ Светлана менән 20 йыл бәхетле ғүмер кисерҙеләр. Киленебеҙ – медицина өлкәһе хеҙмәткәре. Бер-береһен ым-ҡараштан аңлап, шул тиклем матур йәшәнеләр. Ҡатыны тураһында бер ваҡытта ла насар һүҙ әйткәнен иҫләмәйем, башҡаларҙан да әйттермәне. “Ул – минең үҙем һайлаған йәрем”, тиер ине. Романтик күңелле булды ҡустыбыҙ. Ҡатынын шул тиклем яратыуын, бер сәбәпһеҙ сәскәләр тотоп ҡайтып инеүен күреп, һоҡлана инек.  

Улар ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә бирә инеләр. Өлкән ҡыҙҙары Рината медицина колледжында уҡый, бәләкәстәре Риана быйыл 1-се класҡа барҙы. Ҡатынын да, ҡыҙҙарын да үлә яҙып яратты Ринат. Шуныһы ныҡ йәл: бәләкәсенең мәктәпкә барған фотоһүрәттәрен дә күрә алманы, килен ебәргән смс-хәбәрҙәр асып уҡылмай ҡалды.

Ринаттың фотоларын ҡарайбыҙ ҙа ғәжәпләнәбеҙ: ниндәй шарттарҙа йөрөһә лә, ауыр хәрби шарттарҙа ла һәр ваҡыт йылмайып фото төшкән. Тормошта ла шулай ине ул – киң күңелле, ихлас, ышаныслы. Минән дүрт йәшкә кесе ине туғаным, ныҡ яҡын булып үҫтек. Эшкә шәп булды, белмәгәне юҡ ине үҙенең.

Әсәйебеҙгә ныҡ ауыр. Ул бит беҙҙе – биш баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, атайыбыҙ бик йәшләй мәрхүм булды. “Мин баламды ерләргә тейеш түгел инем, һеҙ мине оҙатырға тейеш инегеҙ” тип өҙгөләнә. Ринаттың “Борсолма, инәй, мин ҡайтам”, тигән һүҙҙәрен “Ул бит шулай тип әйтте” тип өҙгөләнеп ҡабатлай.

Ринат барыбыҙ араһында айырыуса яғымлы булды, ир-егет булһа ла, инәйебеҙҙе ҡосаҡлап үбеүҙән, матур һүҙҙәр әйтеүҙән тартынманы. Тыуған илен, тыуған төйәген яратты, “Башҡортостан кеүек матур ер башҡа бер ҡайҙа ла юҡ” тип йыш әйтер ине.

Быйыл йәйгеһен етди яраланып ҡайтҡас, бәлки, кире китмәҫ, тип өмөтләнгәйнек. “Апай, мин унда кәрәк, иптәштәрем көтә. Тиҙҙән еңеп, флагтар менән ҡайтып төшәрбеҙ әле, бына күрерһең”, тигәйне. Тик беҙҙе икенсерәк хәлдәр көткән инек. Һуңғы тапҡыр 29 августа шылтыратты, 5 сентябрҙә һәләк булған.

Эйе, барыбыҙға ла ауыр, әйтеп тә, һөйләп тә аңлатып бөткөһөҙ. Әммә был юлдың ҡустыбыҙ үҙе һайлаған юл булыуын, илгә яу килгәндә уның кеүек ысын ирҙәрҙең боҫоп ятмауын аңлайым. Ҡустымдың дуҫтарына, ауылдаштарға, яҡташтарға, үҙемдең дуҫтарыма рәхмәт! Ихлас күңелдән ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашалар, теләктәшлек белдерәләр. Яҡын кешеләре махсус хәрби операцияла булғандарға сабырлыҡ теләйбеҙ, бының ише ауыр ҡайғылар уларҙы урап үтһен, ғәзиздәрен имен-һау ҡаршыларға насип булһын, - тип тамамланы Рида Фәғәметдин ҡыҙы.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәхрисламованың, уның һөйөклө әсәһенең, Ринаттың ғаиләһенең һәм барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ һеҙгә!

Фотолар: Р. Фәхрисламованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/ridafahrislamova)

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: