-8 °С
Болотло
Уны әҙерләү өсөн 5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 кг алма, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 300 г һармыһаҡ, 2 әсе борос, 4 ҡалаҡ тоҙ, 150 г шәкәр, 200 мл үҫемлек майы алына.
Ҡабаҡтың тышын әрсеп, ит үткәргес аша үткәрергә. Помидор, татлы борос менән кишерҙе лә ла шулай уҡ ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡларға һәм йәшелсәләрҙең барыһын бергә ҡушып бутарға. Тоҙ, шәкәр, май ҡушып, талғын утта 40 минут бешерергә. Болғатып торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас, ҡыҙыл борос ҡушып, тағы 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға һалып ябырға һәм түңкәреп, йылы әйбер менән ябып ҡуйырға.
Фото:Т.Аманов.