Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2023, 19:31

Беренсе булып килеүсегә – 200 мең һум!

Стәрлетамаҡ ҡала көнөн Мәскәү йондоҙҙары һәм дүрт миллион һумлыҡ приз менән ҡаршылай.

Беренсе булып килеүсегә – 200 мең һум!Беренсе булып килеүсегә – 200 мең һум!
Беренсе булып килеүсегә – 200 мең һум!

Стәрлетамаҡ ҡала көнөн Мәскәү йондоҙҙары һәм дүрт миллион һумлыҡ приз менән ҡаршылай.

Бер нисә йыл рәттән Стәрлетамаҡта ҡала көнө көҙ мәлендә билдәләнә. Быға тиклем байрам май айында Химиктар көнө менән бергә уҙғарыла ине. Әммә, ҡайһы ваҡытта уҙғарлыуға ҡарамаҫтан, байрам һәр саҡ иң ҙур, сағыу һәм мөһим сара булып ҡала стәрлетамаҡтар өсөн.

Быйыл ҡала көнө бигерәк тә киң үтмәксе, мәҫәлән, 17 сентябрҙә “БСК-йүгереү” (“БСК Забег”) марафоны ла үтәсәк. Сараны Башҡортостан сода компанияһы ойоштора. Был сара үҙенә быйыл бик күптәрҙе йәлеп итмәксе, сөнки “Башҡорт сода компанияһы” ярыммарафонының дөйөм приз фонды дүрт миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 21 километр арауыҡты беренсе булып килеүселәргә – 200 мең һум, компания хеҙмәткәрҙәренә 150 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған.

Ҡала көнөндә шулай уҡ башҡа сағыу саралар ҙа үтә. Көнө буйы ҡала тарихы тураһында күргәҙмәләр эшләйәсәк, уйындар, эскурсиялар ойоштороласаҡ. Ә инде кисен стәрлетамаҡтарҙы байрам менән Мәскәү йондоҙҙары ҡотлаясаҡ, ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, ҡунаҡтарҙың береһе “Artik & Asti” төркөмө буласаҡ.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-09-12/berense-bulyp-kile-seg-200-me-um-3432229

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас