

Билдәле булыуынса, зыян күреүсенең ире спиртлы эсемлектәр эскән. Алкоголь бөткәс, ир тағы ла һатып алырға ҡарар итә. Әммә ҡатын уға йорттан сығырға ирек бирмәй, ишек асҡыстарын һәм телефонын йәшереп ҡуя. Ире быға асыуланып, ҡатынын һүгә башлай, мыҫҡыллай. Ҡатын ҡурҡып, йоҡо бүлмәһенә йүгереп инә. Ире уның артынан эйәрә лә, ултырғысты эләктереп алып, "Мин һине үлтерәм" тигән һүҙҙәр менән ҡатынының башына һуға. Үҙ ғүмере өсөн ҡурҡҡан ҡатын полиция саҡыра. Дебошир үҙенең ғәйебен таный һәм ҡатынын үлтерергә йыйынмауын, ә ҡурҡытырға ғына теләүен аңлата. Был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлексәһе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 119-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт эшен ҡуҙғата, тип Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенән Ләйсән Атнағолова хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.