+24 °С
Ямғыр


Бит тиреһен боҙ менән массажлауҙың һөҙөмтәһен тиҙ күрерһегеҙ. Әйткәндәй, боҙ яһау өсөн таҙартылған һыу яҡшы. Йәки газһыҙ минераль һыу ҙа бара.
Майлы тире өсөн ромашкалы һыуҙы ла туңдырырға мөмкин. Йәшел сәй боҙо ла яҡшы. Тик был "һалҡын шаҡмаҡ" нескә һәм ҡоро тирегә хәүефле. Бик һаҡ булырға кәрәк. Бик тә булмаһа, битегеҙгә бер йылы, бер һыуыҡ һыу менән йыуып, контраст душ яһағыҙ.