

Ғәҙәттә, яҙ-йәй айҙарында роза ҡыуаҡтары яҡшы үҫһен, күп итеп сәскә атһын өсөн, уларға ашламалар һибеп торалар. Мәҫәлән, үҫемлектәргә азот – үҫеш, фосфор – сәскә атыу, ә калий емешләнеү өсөн кәрәк. Көҙгә ингәндә иһә розаны азот менән ашларға ярамай, ә тамырҙарына көс биреү өсөн, бер аҙ фосфор-калийлы ашлама ғына һибергә була.
Шулай уҡ йәй көнө розаларға даими рәүештә һыу һибәләр, көҙ көнө иһә һуғарыу талап ителмәй.
Сентябрҙән ҡыуаҡ төптәрендәге тупраҡты ла йомшартырға кәңәш ителмәй. Улайһа “йоҡлап ятҡан” бөрөләре көндәр ҡышҡа табан барғанда уянырға мөмкин.
Роза ҡыуағы ҡышты имен-һау сыҡһын өсөн иң мөһиме – һыуыҡтар башланғансы уның йәш ботаҡтары үҫеп өлгөрөп етергә тейеш. Сентябрь башында роза ҡыуаҡтарында ҡыҙғылт төҫтәге йәш һабаҡтар күренһә, улар үҫеүҙән туҡтаһын өсөн, баштарын һындырып алырға кәрәк. Быны хәҙер эшләмәһәң, көҙ аҙағында һуңға ҡалыу ихтималы бар. Үҫеп етешкән һабаҡтар йәшел төҫтә була.
Сентябрь аҙағында иртәнге һыуыҡтар башланғас, ҡыуаҡты бөтә сәскә һәм бөрөләрҙе, нәҙек ботаҡтарҙы киҫергә ваҡыт етә.
Октябрь аҙағы – ноябрь башында розаларҙың бөтә япраҡтарын, йыйып алып, яндыралар. Беренсе сиратта, быны “марсонина” бәшмәге килтереп сығара торған ҡара тимгел ауырыуы таралмаһын өсөн эшләү зарур. Ботаҡтарҙа япраҡтар ҡалһа, ҡыш көнө улар бурһып сереп, бөтә ҡыуаҡ зарарланасаҡ.
Шулай уҡ ҡыуаҡты бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы әҙер фунгицид препараттар йәки тимер купоросы иретмәһе менән эшкәртеү талап ителә.
Роза ҡыуағының ялғанған урыны ер аҫтында ҡалырға тейеш: өҫтәрәк икән, күмергә кәрәк.
Розалар – 10 градус һалҡынға тиклем сыҙай. Ғәҙәттә, ноябрь аҙағындараҡ, күп итеп ҡар яуғансы, ҡыуаҡтарҙың өҫтөн ябалар (ҡалын спанбонд материалы, ылыҫлы ағас ботаҡтары һәм башҡалар). Ҡыш йылы килһә, ҡайһы ваҡыт асып елләтергә лә тура килергә мөмкин.
Фото: vsegda-pomnim.com