Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 18:50

МХО ветерандары «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» дәресенән уҡытасаҡ

Яңы фән ошо уҡыу йылынан һынала башлай.

МХО ветерандары «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» дәресенән уҡытасаҡМХО ветерандары «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» дәресенән уҡытасаҡ
МХО ветерандары «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» дәресенән уҡытасаҡ

Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, мәктәптәрҙә уны киләһе уҡыу йылынан уҡыта башлаясаҡтар.

МХО ветерандары һәм  хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар яңынан әҙерлек үткәндән һуң яңы фәнде уҡыта аласаҡ. Мәктәп уҡыусылары хәрби бурыс, хәрби хеҙмәт тигән төшөнсәләр менән танышасаҡ.

Махсус операция ветерандарын уҡытыу бушлай буласаҡ, тип хәбәр итте Думаның мәғариф буйынса комитеты башлығы Ольга Казакова. Уның һүҙҙәренсә, әҙерлек үҙәгендәге программа балалар психологияһы йәки педагогикаһы өлкәһендә тейешле белемдәре булмаған ветерандарға ярҙам итәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас