Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 10:36

Һеҙҙең милли кейемегеҙ бармы?

8 сентябрҙә республикабыҙҙа сағыу байрам - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. һеҙ был байрамға әҙерме? 

Һеҙҙең милли кейемегеҙ бармы?Һеҙҙең милли кейемегеҙ бармы?
Һеҙҙең милли кейемегеҙ бармы?

8 сентябрҙә республикабыҙҙа сағыу байрам - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә.

Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап.

Ғөмүмән, милли кейем – тарихыбыҙҙың, үҙбилдәләнешебеҙҙең сағылышы ул. Был байрамда әүҙем ҡатнашырға, милли кейемдәрегеҙҙе йә иһә уның элементтарын кейергә, бар сағыулығығыҙҙа балҡырға, фотоларығыҙҙы #НациональныйКостюм2023 #МиллиКейем2023 #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ДеньНациональногоКостюма #НацКостюм хештегтарменән шәхси сәхифәләрегеҙҙә ҡуйырға саҡырабыҙ!

Фото: Бәйләнештә

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

https://shonkar.com/articles/culture/2023-09-06/e-e-milli-keyemege-barmy-3422369

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас