

Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл» конкурсы 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән конкурс яңы һулыш алды.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар булып «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тора, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Спорт министрлығы һәм башҡа ведомстволар – ойоштороу комитетында.
Конкурс саралары Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса конкурстың бүләк фонды арттырылды, ул 40 миллион һум тәшкил итә.
Конкурстың маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын билдәләү һәм һаҡлау, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы кәметеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан үлем күрһәткестәрен кәметеү, ауыл халҡының ижтимағи әүҙемлеген һәм муниципаль берәмектәрҙең (ауыл биләмәләренең) урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген дәртләндереү.
Конкурстың ыңғай тәжрибәһе менән күрше төбәктәр генә түгел (Удмуртия, Татарстан, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы), шулай уҡ Бурятия, Байкал аръяғы крайы һәм Яҡутияла ла ҡыҙыҡһыналар.
Бәйге 2023 йылдың 1 авгусынан 2024 йылдың 30 апреленә тиклем ике этапта уҙғарыла:
I этап (муниципаль) - 2023 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының тораҡ пункттары араһында үткәрелә;
II этап (республика этабы) - 2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 30 апреленә тиклем муниципаль этапта еңеүсе булған ауылдар араһында уҙа. Конкурс йомғаҡтары буйынса 2024 йылдың апрелендә түбәндәге номинацияларҙың һәр береһендә өсөшәр еңеүсе билдәләнәсәк:
«Эре тораҡ пункттар»;
«Ҙур тораҡ пункттар»;
«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»;
«Бәләкәй тораҡ пункттар».
Һайлап алыу конкурсы ағымдағы йылдың 1 сентябрендә башланды.
3 октябрҙә, Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль тәжрибәләр» фәнни-ғәмәли семинары үткәрәсәк. Унда республика һәм муниципаль ойоштороу комитеты ағзаларының, конкурста ҡатнашыусыларҙың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы тураһында материалдар сығарғанда социаль селтәрҙәрҙә рәсми раҫланған #Трезвоесело2023, #Айыҡауыл2023 хештегтарын файҙаланырға кәңәш ителә.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы