Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 17:38

Алмалы ҡаҡ

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Алмалы ҡаҡАлмалы ҡаҡ
Алмалы ҡаҡ

🍏1 кг алма һәм тәменә ҡарап шәкәр.
🍎Алманың ҡабығын һәм үҙәген таҙартып, ҙур булмаған киҫәктәргә турап, кәстрүлгә һалырға һәм бер аҙ шәкәр, емештең өҫтөнә 1 см сығырлыҡ итеп һыу өҫтәп, талғын утта ҡайнатырға.
🍏Йомшарғас, блендер менән иҙергә. Һыуы күп булһа, иҙерҙән алда һарҡытырға онотмағыҙ.
🍎Ҡаҡ шыма, йоҡа ғына булһын тиһәгеҙ, иләк аша үткәрергә була.
🍏Әҙер иҙмәне шулай уҡ пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға тигеҙ итеп ҡойоп, 50 – 70 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 20 минутҡа ҡуйырға. Һуңынан электр мейесен һүндереп, ишеген бер аҙ асып ҡуйығыҙ.
🍎Бер нисә сәғәттән һуң мейесте тағы ҡыҙҙырырға кәрәк. Унан тағы һүндерергә. Шул рәүешле ҡаҡ кипкәнгә тиклем ҡабатларға.
🫖Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ☕

Сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас