Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 18:29

Афарин!

Егәрле эшҡыуар изгелек эшләгән

Афарин!Афарин!
Афарин!

Бөрйән районының Яуымбай ауылы эшҡыуары Фирғәт Хәйбуллин  ауылдаштарына берәр тоҡ иген таратып биргән. "Йомартлығың, беҙгә күрһәткән изгелегең өсөн эштәрең һәр саҡ уң булһын!"- тип теләй уға яуымбайҙар.

"Ауылыбыҙҙың егәрле эшҡыуары  Фирғәт Мөхәмәт улы Хәйбуллин ил-йортобоҙҙоң тыныс булыуын теләп, игендәр уңып торһон , мал-тыуар имен булһын, тип, бөгөн изге йома көнө ауылдаштарын ҡыуандырып , һәр өйгә бушлай берәр тоҡ иген таратты. Афарин, Фирғәт Мөхәмәт улы! Эштәрегеҙ һәр саҡ уңышлы булһын, ғаиләгеҙгә именлек,бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ!  Донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын!",- тип хәбәр итәләр "Яуымбай мәҙәниәт йорто" төркөмөнән.

 

Фото: "СДК Яумбаево" төркөмөнән.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас