

Ошо арала төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә мәсетте төҙөп бөтөү буйынса кәңәшмә уҙғайны.
“Әр-Рәхим” мәсетендә төп төҙөлөш-монтаж эштәре 2024 йылдың яҙында башланасаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин. Уның һүҙҙәренсә, йәнә бер кәңәшмә сентябрь уртаһына планлаштырылған, был ваҡытҡа объекттың торошона экспертиза үткәреү тураһында отчет әҙер буласаҡ.
“Әр-Рәхим” – Башҡортостандың иң ҙур мәсете. Төҙөлөш 2012 йылда башланып, 2016 йылда эштәр туҡтатылғайны.
Икенсе йылдың яҙына тиклемге осорҙа проект-смета документацияһы тергеҙеләсәк һәм төҙәтеләсәк, башҡарма документация эшләнәсәк. Йәғни “Әр-Рәхим” мәсете артабан яңыртылған проект менән төҙөләсәк.
Фото: РБК телеканалынан.