

Ингредиенттар:
1 стакан он;
1 стакан шәкәр ;
2 -2,5 аш ҡалағы какао;
6 йомортҡа;
Әҙерләү:
1. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып алабыҙ
2. Ағын миксер менән күперткәнсә болғайбыҙ
2. Килеп сыҡҡан массаға әҙләп кенә һалып ярты стакан шәкәрҙе ҡушып болғайбыҙ.
3. Айырым һауытта йомортҡаның һарыһын күперткәнсә миксер менән болғайбыҙ, килеп сыҡҡан массаға әҙләп кенә ҡалған яры стакан шәкәрҙе ҡушып болғайбыҙ.
4.Аҡ массаға һарыны ҡушып ҡалаҡ менән болғайбыҙ.
5.Ҡабарып торған массаға иң беренсе какао,аҙаҡ әҙләп ондо ҡуша-ҡуша болғайбыҙ.
6. Формаға пергамент ҡағыҙ әйтәбеҙ, өҫтөн майлап ҡамырҙы һаҡлыҡ менән генә һалабыҙ.
7.180 С ҡыҙыулығындағы мейестә 30-45 минут бешереп алабыҙ
8. Бисквитты һыуынғас ҡына формаһынан алабыҙ.
🎂Өҫтөн глазурь йәки шоколад онтағы менән биҙәргә була.
🫖Сәйегеҙ тәмле булһын☕