Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2023, 10:27

Килә лә етә уҡыу йылы

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Килә лә етә уҡыу йылыКилә лә етә уҡыу йылы
Килә лә етә уҡыу йылы

Августа, ғәҙәттәгесә, ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу мәл башлана: баланы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Был күңелле лә, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор әсәйҙәрҙең нервыһын, ә атайҙарҙың кеҫәһен ныҡлыҡҡа һынай. Быйыл күп кенә әйберҙәргә, шул иҫәптән мәктәп кәрәк-ярағына һәм формаға ла хаҡтар күтәрелгән, тиҙәр. Барыһын да үҙебеҙ күреп инаныр өсөн фотохәбәрсе менән баш ҡаланың иң ҙур мәктәп йәрминкәһенә юлландыҡ.

 

Арта шул...

 

“ОФД платформаһы” фискаль мәғлүмәттәр операторы мәғлүмәт­тә­ренә ярашлы, быйыл Рәсәй буйынса мәктәп йыйылмаһының уртаса хаҡы ете процентҡа ҡыйбат­ланған һәм 13,4 мең һум тәшкил итә. Бында канцелярия тауарҙары, рюкзак, мәктәп формаһы, көндәлек, пенал һәм дәфтәрҙәр инә. Иң күбе мәктәп формаһына хаҡ артҡан       (+ 20 процент) – уртаса комплект ата-әсәләргә 2,9 мең һумға төшә. Икенсе урында – рюкзактар (8 процент һәм хаҡы 1,9 мең һум). Тәү ҡарашҡа хаҡтар ярайһы уҡ күренә, әммә сифаты нисек икән?

Мәктәп йәрминкәләре Өфөлә йыл һайын ҙур сауҙа үҙәктәрендә ойошторола. Иң ҙуры һәм тауарға байы, ғәҙәттәгесә, “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгендә. Бында уҡыу йылы өсөн кәрәк-яраҡ ике ҡатта урынлашҡан һәм бик ҙур майҙанды биләй. Июль уртаһында эшләй башлаған йәрминкә 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Беҙ төшкә тиклем эш көнөндә барыуға ҡарамаҫтан, йәрминкәлә кеше байтаҡ ине. Һатыусылар әйтеүенсә, ял көндәрендә кешеләр бигерәк күбәйеп китә. Ҡаршыбыҙға ҡыҙҙарын эйәрткән ғаилә осраны. Улар Өфөнән Ҡәҙимовтар булып сыҡты. Полина менән Тимур өсөнсө класҡа барған ҡыҙҙары Каринаға мәктәп формаһы эҙләй ине.

– Инорс биҫтәһендәге мәктәптә уҡыйбыҙ. Ҡыҙ кешене әҙерләү күпкә ҡиммәткә сығалыр, тип иҫәпләйбеҙ, сөнки күлдәге лә, юбкаһы ла, блузкаһы ла кәрәк. Колготка кеүек ваҡ әйберҙәр ҙә ҡиммәт. Эстә лә, тышта ла кейергә туфли, физкультура өсөн кроссовка... Әле аяҡ кейемдәренә генә биш мең һумдан күберәк аҡса китте, эске кейемдәре – ике мең һум. Күлдәк менән алъяпҡыс алырға ҡалды, уларҙың хаҡы артҡан, дүрт мең һумдан ҡиммәтерәк булмаға­нын эҙләйбеҙ, – ти Полина. – Сығымдарҙы иҫәпләмәгәнбеҙ ҙә әле, 20 мең самаһы булыр ул. Улыбыҙ әле балалар баҡсаһына йөрөй, ике баланы кейендерә башлаһаҡ, ни булыр?

Ә хаҡтар быйыл, ысынлап та, артҡан. Ҡыҙҙар күлдәге хаҡы уртаса 2-3 меңдән башлана һәм 4400-гә тиклем. Юбка – 1600-ҙән 2200 һумға тиклем, мәктәптә салбар кейергә рөхсәт ителһә, улары – 2200 һум самаһы. Блузкаларҙың иң ябайын 800 һумға табып була, матур зауыҡлылары иһә 1700 –2000 һум. Улар кәмендә икәү кәрәк. Алъяпҡыстар ҙа икешәр кәрәк була, байрам өсөн ағы һәм көндәлек кейеүгә – ҡара төҫтәгеһе – уртаса хаҡы – 1200 һум. Колготка – 400 һум самаһы, бант – 350 һум. Аяҡ кейеме – 1800–2400 һум.

Малайҙарҙың костюмы тағы ла ҡиммәтерәк – 7000 һумғаса осрат­тыҡ. Әлбиттә, уртаса хаҡ 3 мең 500-ҙән 5 мең һумға тиклем. Күлдәктәр ҙә кәмендә 1000 һумдан башлана һәм сифатына ҡарап арта. Иң ябай галстук – 400 һумдан, ҡайыш 500 һумдан башлана. Әлбиттә, күнен, сифатлыһын ҡараһаң, иҫәп мең­дәр­гә күсә. Форма түгел, ә айырымлап йыйһағыҙ, уртаса хаҡтар түбәндә: пинжәк – 2500 һум, салбар – 1800, жилетка 1200 һумдан башлана. Джемпер – 1600 һум. Малай­ҙар өсөн классик туфли хаҡы 1500 һумдан башлана.

Үҫмерҙәр өсөн кейем-һалым һатылған бутикта “бер егетте кейендереү уртаса нисә һумға төшә?” тигәс, һатыусылар 12500 һум тип иҫәпләне. Бында аяҡ кейеме һәм канцелярия тауарҙары инмәй. Әйткәндәй, баланың үлсәме ҙурыраҡ булған һайын, кейемдең хаҡы ла ҡиммәтерәк.

Физкультура өсөн кейем алыу ҙа кеҫәгә һуға. Туҡыма кеда йәки кроссовканың уртаса хаҡы – 1300–2500 һум самаһы. Спорт костюмы – 2000 – 4000 һум. Ябай аҡ футболка – 500 һум самаһы, ҡайһы бер мәктәптәр талап иткән ҡыҙыл шорты шулай уҡ 500 һум тора.

Һатыусылар әйберҙең хаҡына түгел, ә сифатына ҡарарға һәм ике йылға етерлекте алырға кәңәш итә.

– Эҙләһәң, арзан форма табырға була, әлбиттә. Тик арзан әйберҙең сифаты ла шул кимәл инде. Бер нисә айҙа форманың тышҡы ҡиәфәте юғала, “ялтырай” башлай, ултыра йәки һуҙыла. Шуға бер алғанда ҡиммәтерәк, әммә сифатлыны һайларға тәҡдим итәбеҙ. Бала көндөң күп өлөшөн мәктәптә үткәрә, шуға күрә кейем тәбиғи туҡыманан булһын – мамыҡ, йөн, кәмендә вискоза, – ти Светлана исемле һатыусы.

Был өлкәләге белгестәр әйте­үенсә, иң сифатлы формалар Рәсәй һәм Беларусь етештереүсе­ләрендә. Уларҙан һуң Ҡырғыҙстан, Төркиә килә. Ә бына Ҡытай әйбер­ҙәре менән һаҡ булығыҙ: араһында һәйбәте лә осрауы бар, әлбиттә, тик башлыса сифатһыҙ буласаҡ.

 

Ваҡ булмаған ваҡ-төйәк

 

Кейем алдым да, эш бөттө, тимәгеҙ. Киләһе мөһим һәм кәрәкле әйбер – мәктәп рюкзагы. Хаҡы 1900 һумдан башлана. Төп талап – ҡаты ортопедия арҡаһы һәм киң лямкаһы булырға тейеш. Шулай уҡ хәүефһеҙлек өсөн яҡты­лыҡты сағылдырған элементтар ҙа мөһим. Ҙурлығына ла иғтибар итегеҙ, сөнки китап-дәфтәр күп, пенал, һыу – барыһы ла һыйырға тейеш. Ошо талаптарға тура килгән рюкзактар 3900 һумдан башлана һәм 6–7 мең һумғаса барып етә. Сифатлыһын алһағыҙ, ул кәмендә өс-дүрт йыл хеҙмәт итәсәк.

Канцелярия тауарҙарына кил­гәндә, уларҙы йәрминкәнән дә, махсуслашҡан магазиндарҙан да алырға мөмкин. Ваҡытығыҙ булһа, яйлап йөрөп сағыштырырға була, әлбиттә, тик әллә ни ҙур хаҡ айырмаһы булмаясаҡ.

Көндәлектең иң ябайы – 70 һумдан, ҡаты тышлыһы 180 һумдан башлана һәм, теләк булһа, 500 һум­лы­ғын да алырға була. Дәфтәр­ҙәр күләменә һәм тышлығына ҡарап – 10 һумдан алып 50 һумғаса. Төҫлө ҡағыҙ һәм төҫлө ҡатырға, пластилин, акварель буяу, альбом, ручка, ҡәләм, линейка, юйма һәм елем – йәмғеһе яҡынса 1000 һум тирәһе. Әгәр махсус гуашь, бумала, ҡағыҙ, папкалар кәрәк булһа, тағы 1 мең һум өҫтәргә кәрәк.

Канцелярия тауарҙары янында Өфө районының Зубов ауылынан килгән ғаиләне осраттыҡ. Асҡаров­тар ҡыҙҙарына әйбер һайлай ине.

– Беренсе класҡа барабыҙ, тулҡынланабыҙ. Тәүге тапҡыр мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ алабыҙ. Башлыса алып бөттөк, 15 меңләп аҡса тотондоҡ. Канцелярия тауар­ҙары һәм рюкзак ҡалды. Сығымдар­ҙың күп булыуына әҙер инек, махсус аҡса тупланым. Иң мөһиме, Самирабыҙ матур уҡыһын, – тине Гүзәл Асҡарова.

Һығымта ниндәй? Ҡыҙ баланы мәктәпкә әҙерләү – уртаса 25000 һумға, малайҙар өсөн 22000 һумға барып баҫасаҡ. Иҫкәртәбеҙ: хаҡтар уртаса, һүҙ сифатлы әйберҙәр тура­һында бара. Тәжрибәле атай-әсәйҙәр кейем-һалымды йыл әй­ләнә­һенә ташламаларҙы ҡарап ала. Шулай уҡ маркетплей­старҙы даими күҙәтеп барһаң, ташламалы әйбер табырға була. Һүҙ – ата-әсәләргә.

 

Зөлфиә ҒӘЛИНА, Өфө ҡалаһы:

– Бәләкәй ҡыҙым беренсе класҡа гимназияға бара. Бында берҙәм форма булдырылған, әйтелгән урындан барып алабыҙ. Былтыр ҙур ҡыҙыма яраҡлы форма 5,5 мең һум тора ине, быйыл 6 меңгә еткән: был пинжәк һәм сарафан. Спорт формаһын шулай уҡ махсус беҙҙең уҡыу йорто өсөн тегелгән урындан алабыҙ, быйыл 300 һумға артҡан һәм 2500 һум тәшкил итте. Блузка­ларҙы “Детский мир” магазинынан ҙур ташлама менән алдыҡ: ҡыҫҡа еңле ябайы – 400, оҙон еңле ябайы – 800 һум һәм матур биҙәклеһе 1700 һум булды. Иң йәнде көйҙөргәне – колготка, ике ҡыҙға улар күп кәрәк, ә бер пары 400 һум тора. Кәмендә бишәрҙе алғанда ла, икәүһенә 4000 аҡса китә. Туфли – 2 мең, кроссовка – 2500, эстә кейергә сандали 1800 һум булды. Канцелярия тауарҙары ҡиммәткә төштө, сөнки икеһе лә һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә, профессиональ буяуҙар һәм бумалалар, ватмандар арзан түгел. Балаларҙы кеше алдында кәм-хур итке килмәй, тейешенсә бар нәмәне алабыҙ.

 

Рита ҒӘБИҘУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

– Быйыл малайҙар 2-се һәм 7-се класҡа бара. Бәләкәйе менән еңел, былтырғы әйберҙәренән үҫмәне, беренсе класҡа барғанда сифатлы һәм ҙурыраҡ итеп алғайныҡ. Быйылға ла етер, тип уйлайбыҙ. Ә ҙуры ҡапыл үҫте, уның барлыҡ кейемен яңыртырға тура киләсәк. Ҙурҙарҙың әйбере лә ҡиммәтерәк. Мин мәктәп талаптарын беләм, шуға ҡыш уҡ яйлап ала башланым. Салбар-пинжәкте маркетплейстан ал­дыҡ, аяҡ кейеменә ташлама булғанын көтәм. 10-15 меңгә төшөр, тип иҫәпләйем. Бәләкә­йенә канцелярия тауарҙарын яңыртырға кәрәк.

 

Аяз ШАҺИЕВ, Өфө ҡалаһы:

– Беҙҙә был мәсьәләне ҡатыным хәл итә. Мин – аҡса биреүсе. Эйе, хаҡтарҙың йыл һайын артҡанын һиҙәм, тик барыһы ла кәрәк, бер нәмә лә ҡылып булмай. Иң мөһиме – балалар һау булһын һәм тырышып уҡыһын.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2023-08-18/kil-l-et-u-yu-yyly-3393524

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас