Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2023, 10:52

Гөлгөнә Байегетова ниндәй салат тәҡдим итә?

Баҡсаларҙа йәшелсәләрҙең өлгөргән сағы. Уларҙан ҡышҡылыҡҡа тәмле салаттар ябып ҡалайыҡ.

Гөлгөнә Байегетова ниндәй салат тәҡдим итә?Гөлгөнә Байегетова ниндәй салат тәҡдим итә?
Гөлгөнә Байегетова ниндәй салат тәҡдим итә?

Баймаҡ районында йәшәгән оҫта ҡуллы Гөлгөнә Байегетова тәмле бәлештәр, бауырһаҡ-сәк-сәктәр бешереп кенә ҡаламй, ә бына тигән уңған баҡсасы ла! Бөгөн ул беҙгә ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат рецебын тәҡдим итә.

"Ошо салатты оҡшаттым инде , артыҡ күп төрлө йәшелсәләр ҙә талап итмәй рецебы һәм тиҙ арала ғына әҙерләнә , былары минең бөгөнгө әҙерләгән ҡышҡылыҡҡа салаттар , бер-бер артлы ике партия әҙерләнем , әле генә эҫе көйөнә банкаларҙы түңкәрҙем дә өҫтөн яҡшы итеп көпләп ҡуйҙым һәм бер ыңғай һеҙҙең менән дә яңылыҡтарым менән уртаҡлашып китергә булдым .

Был салатты күптәрегеҙ беләлер инде , шулай ҙа бөгөн нисек эшләүемде яҙып үтәм : 2 йәки 3 кг помидор + 100 г һарымһаҡ (үҙегеҙ теләгәнсә тәменсә , былай көслө була ) - иттартҡыс аша үткәрергә , ҙур кәстрүлгә һалып ҡайнатырға ҡуйырға , 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалырға , 3 аш ҡалағы тоҙ , 10-12 шт ҡара борос борсағы , 5-6 лавр япрағы , мөмкин укроп турап ташларға һәм петрушка (пучоктар), 1 аш ҡалағы уксус кислотаһы йәки 4 аш ҡалағы 9%-лыҡ аш һеркәһе ( уксус столовый ), бер стакан көнбағыш майы (200 г) . Ҡайнап сыҡҡандан алып 15 минут бешерергә , шул арала 2 кг ҡыярҙы түңәрәкләп турарға , помидор 15 минут ҡайнағас, ҡыярҙарҙы һалырға , улар ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10-15 минут бешерергә .
Эҫе көйөнә стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ябып, йылы әйбергә төрөп иртәгәгә тиклем һыуынғанса ҡуйып торорға. Банкаларҙы мин духовкала стерилизовать иттем , 180°-та 20 минут самаһы ваҡыт. Тимер ҡапҡастарҙы һыуҙа ҡайнаттым , шулай уҡ 15-20 минут ваҡыт эсендә", -ти уртаҡлашҡан Гөлгөнә үҙенең рецебы менән.

Әйҙәгеҙ, ял көндәрендә һеҙ ҙә ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат эшләп ҡарағыҙ әле! Шулай уҡ үҙегеҙҙең ниндәй салататр эшәлйһегеҙ, уларҙың рецептары менән уртаҡлашһағыҙ ҙа була.

Фото: Гөлгөнә Байегетова

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-08-18/g-lg-n-bayegetova-nind-y-salat-t-dim-it-3394178

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас