Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2023, 10:08

Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды

«Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетендә етешмәгән деталь, манараларҙың береһендәге көмбәҙ барлыҡҡа килде. 

Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылдыӨфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды
Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды

Бөгөн, 18 августа, «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетендә етешмәгән деталь, манараларҙың береһендәге көмбәҙ барлыҡҡа килде. Уны ҡуйыу өсөн башня краны кәрәк булған. Объектты тергеҙеү өсөн республика мосолмандары Диниә назараты Волгодонскиҙан «Грант» инженер үҙәге ябыҡ акционерҙар йәмғиәте  менән килешеү төҙөй һәм предприятие конструкцияның өҫкө өлөшөн эшләп ҡуя.

 

«Башинформ» алдан яҙғанса, төҙөлөп ятҡан мәсеттең иҫке көмбәҙен 13 мартта көслө ел өҙҙө. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, емереү инженерлыҡ хатаһы һөҙөмтәһендә булған.

 

Шул уҡ ваҡытта кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер ай эсендә бөтә төҙөлөш документацияһын күтәрергә һәм өйрәнергә, объекттың торошон баһаларға һәм уны төҙөү мәсьәләһе буйынса оператив штаб булдырырға ҡушҡан.

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-18/na-minarete-sobornoy-mecheti-ar-rahim-v-ufe-ustanovili-novyy-kupol-3393430

 

Авторы: Ләйсән Зәкирова

Фото: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/articles/social/2023-08-18/f-l-ge-r-r-him-m-sete-manara-yna-ya-y-k-mb-uyyldy-3393715

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас