Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2023, 10:01

Башҡортостанда арбаға тейәлгән бесән янып киткән

Шаһиттар ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙә урынлаштырған. 

Башҡортостанда арбаға тейәлгән бесән янып киткәнБашҡортостанда арбаға тейәлгән бесән янып киткән
Башҡортостанда арбаға тейәлгән бесән янып киткән

Был осраҡ Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында булған. Шаһиттар ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙә урынлаштырған. Кадрҙарҙа трактор водителе ялҡынды һүндерергә тырышып, йылғаға ашыға. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә «Башинформ» журналисына янғын тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәүе хаҡында хәбәр иттеләр. Бәлки, хужа янғынды үҙаллы һүндергәндер һәм ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итмәгәндер.

Шул уҡ ваҡытта ошондай уҡ хәл кисә республиканың Хәйбулла районы Һаҡмар-Назарғол ауылынан 9 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл юлында теркәлгән. Урынға ашығыс хеҙмәттәр сыға. Янғын һүндерелә, һөҙөмтәлә 1 тонна бесән яна, трактор үҙе зыян күрмәй. Янғындың сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателдәренә асыҡларға кәрәк буласаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-08-18/v-bashkirii-zagorelsya-pritsep-s-senom-3393889

Авторы: Ләйсән Зәкирова

https://bash.bashinform.ru/articles/law/2023-08-18/bash-ortostanda-arba-a-tey-lg-n-bes-n-yanyp-kitk-n-3393908

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас