Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Август 2023, 08:49

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

«Башинформ» асыҡлауынса, синоптиктар фаразлауынса, бөгөн, 16 августта, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйә. 

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланыСиноптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы
Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32° градус тәшкил итәсәк.

 

Кесе йома, 17 август, яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел көнсығыштан төндә лә, көндөҙ ҙә талғын. Термометр бағанаһы төндә +13,+18°, таулы райондарҙа +8°, көндөҙ +27, +32° күрһәтәсәк.

 

Йома, 18 август, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан төндә лә, көндөҙ ҙә талғын. Һауа температураһы төндә +13,+18°, таулы райондарҙа +8°, көндөҙ +27,+32° буласаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-16/v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-prognoziruetsya-32-gradusnaya-zhara-3390005

Авторы: Дарья Субботина

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас