Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Август 2023, 07:24

Хужабикәгә кәңәштәр

Ҡамыр ҡабара башлағас...

Хужабикәгә кәңәштәрХужабикәгә кәңәштәр
Хужабикәгә кәңәштәр

✴Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырырға һәм әҙер булғас, өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡойорға кәрәк. Ошолай бешерелһә, балыҡ айырыуса тәмле була.
✴Аҡ майҙы ҡыҙҙырғанда көймәһен тиһәгеҙ, уны үҫемлек майы менән майланған табаға һалығыҙ.
✴Манный ярмаһын ҡайнар һөткә һалҡын һыуҙа ебетеп һалһағыҙ, көймәҫ.
✴Фасолде бешергәндә һыуға 1-2 тамсы үҫемлек ҡушһағыҙ, тәмлерәк һәм йомшағыраҡ булып бешер.
✴Ҡарабойҙайҙы бешергәндә – 1:2, дөгөгә 2:3 иҫәбенән һыу ҡушалар.
????Бешкәндә болғатмаһағыҙ, һауыттың ҡапҡасын асмаһағыҙ, ул үҙ парында тәмле булып бешә.
✴️Сыр ҡырғыстан яҡшыраҡ ыуылһын өсөн уны 10-20 минутҡа һыуытҡыстың туңдырыу камераһына ҡуйып торорға кәрәк.
✴️ Лимондан һут күп бүленеп сыҡһын өсөн, уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалалар
✴️Рассольникка ҡыярҙы иң һуңынан һалығыҙ. Юғиһә картуф бешмәй ҡалыр.
✴️Макаронды бешереп һарҡытҡанда һыуын аҙ ғына ҡалдырығыҙ. Былай эшләгәндә ул кипмәй.
✴️Ҡамыр ҡабара башлағас, 2-3 тапҡыр баҫып ҡуйығыҙ. Ул тиҙ һәм яҡшы күтәрелер. Күпереп, йомшаҡ булып бешер.

 

Сығанаҡ: Файҙаллы кәңәштәр төркөмөнән.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас