

Унда кеше организмы өсөн кәрәкле В1, В2, Рр, С витаминдары бар. Өҫтәүенә, йод, органик кислоталар һәм аҡһым күп. Был емеште, ҡара ҡарағат менән сағыштырғанда, күпкә файҙалыраҡ, тиҙәр.
Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата. Тағы бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын нормалләштерә. Бынан тыш, уның әллә күпме файҙалы яҡтары барлығы асыҡланған. Тик шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: уны дауаланыу сараһы булараҡ ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Ҡара миләш төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы һәләтле, юғары уңыш биреүсән. Унан ҡайнатма, һут, компот та әҙерләйҙәр.
Һеҙҙең иғтибарға шиғри юлдар ҙа тәҡдим итәбеҙ:
ҠАРА МИЛӘШ
Ҡара миләш, ҡара миләш,
Керпегеңдә яна күҙ-йәш.
Ҡарашыңда - ҡыш аҡлығы,
Ҡара күҙҙә - ҡыш паклығы.
Эй оялсан ҡара күҙҙәр!
Әйтелмәйсә ҡала һүҙҙәр.
Йыһан төбө - дөм-ҡараңғы,
Йондоҙ телә төпкө аңды.
Ҡара миләш, ҡара миләш,
Сараһыҙға сара эҙләш.
Туң ҡалһа ла бар бит таты -
Һуң булһа ла, һөйөү ҡаты.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
Фото: “Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро” төркөмөнән (vk.com/wall-127768581_117).