Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2023, 11:32

«Йәшлек»тәр – Бишауыл-Уңғарҙа

Әлеге минуттарҙа Ҡырмыҫҡалы районында «Изге һөнәрле ижадсы» проекты буйынса осрашыу бара.

«Йәшлек»тәр – Бишауыл-Уңғарҙа«Йәшлек»тәр – Бишауыл-Уңғарҙа
«Йәшлек»тәр – Бишауыл-Уңғарҙа

Әлеге минуттарҙа Ҡырмыҫҡалы районында «Изге һөнәрле ижадсы» проекты буйынса осрашыу бара.

Бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы ере әҙәбиәтегеҙгә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Биҡҡол, Ирек Кинйәбулатов, Рәсих Ханнанов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Барый Ноғоманов, Рәшит Низамов кеүек билдәле шәхестәрҙе бүләк иткән. Проектта ҡатнашыусылар Ибраһим ауылында күренекле мәғрифәтсе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бай мираҫлы музейын ҡарағандан һуң Бишауыл-Уңғар ауылына юлланды. Бында «Илһам» район шағирҙары һәм яҙыусылары берекмәһе етәксеһе Риф Йөҙлөкбаев ҡаршы алды. Гәзитебеҙҙең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге журналисы Гөлнур Ҡыуатова һәм яҙыусы, сатирик Венер Исхаҡов ҡәләм оҫталарының ижад емештәре менән таныша. Өҫтәл артында уҡытыусы һөнәре абруйын күтәреү, ижад һәм шиғриәт хаҡында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Шағирә Фирүзә Абдуллинаның «Табын ере» шиғыры осрашыуҙа ҡатнашыусыларының күңеленә хуш килде.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас