

Шулай, Ҡырмыҫҡалы ауылының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Һөнәрҙәр кастингы” күңел асыу майҙансығы ойошторола. - Һөнәр һайлау - кеше тормошондағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү һәм һөнәр һайлауҙың яуаплы эш икәнен аңлатыу, төрлө һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт эҙләүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, хеҙмәткә ыңғай ҡараш, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында “Һөнәрҙәр кастингы” йәйге ял итеү майҙансығы эшләй һәм уның һәр көнө берәй һөнәргә бағышлана. Һөнәрҙәр менән танышыу – уларҙың мөһимлеге тураһында белеү, киләсәктә кем булырға теләүҙе аңлау мөмкинлеген бирә. Беренсе көн танышыу көнө булды. Балалар һөнәр йүнәлеше буйынса тест үтте. Улар теге йәки был эшмәкәрлек өлкәһендә үҙҙәренең һәләттәрен белде, йомаҡтар систе һәм ата-әсәләренең һөнәрҙәре тураһында һөйләнеләр. Һуңынан “Иң-иңдәр” уйынын уйнанылар. Ольга Антрахбатова үҙенсәлекле рамка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм дизайнер һөнәре тураһында һөйләне. Һуңынан балалар практик өлөшкә күсте. Улар фантазияларын егеп, үҙҙәре өсөн үҙенсәлекле фоторам эшләне. Икенсе көн рәссам көнөнә арналды. Майҙансыҡта балалар менән өҫтәлмә белем биреү уҡытыусыһы Ирина Семенова шөғөлләнде. Оҫталыҡ дәресендә улар йәйге тирә-йүн һәм тәбиғәт күренештәре тураһында һүрәт төшөрҙө. Шулай уҡ педагог рәссам һөнәрен алырға мөмкин булған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары хаҡында һөйләне. Елена Гәрәева традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы буйынса ниткография тип аталған оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Телевидение көнөндә балалар өҫтәмә белем биреү педагогтары Әлфиә Шәрәфиева һәм Светлана Яхиналар менән “Ҡырмыҫҡалы ТВ” телеканалына экскурсияға барҙы. Шулай уҡ балаларҙы мультипликация, модельер, ағас эшкәртеү йәки ағас һырлау сәнғәте көнө, Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә сәйәхәт көтә. - Беҙҙә һәр көн бер һөнәргә бағышланған. Тәүҙә өҫтәмә белем биреү педагогтары һөнәрҙәр буйынса мәғлүмәт бирә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр һәм экскурсияларға баралар,- тип майҙансыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү методисы Жанна Абдуллина. Әйткәндәй, үткән кесаҙна балалар “Ҡырмыҫҡалы ТВ” телеканалына экскурсияға барҙы. Уларҙы телевидение директоры Дамир Мөхәмәтйәнов, телеканал хәбәрсеһе Альбина Насирова, инженер-оператор Вячеслав Бухмастов ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Осрашыу йылы атмосферала үтте. Апай-ағайҙары телевидение эшмәкәрлеге, программалар барлыҡҡа килеүе, махсус техникала эшләүҙәре менән таныштырҙы. Балалар, үҙ сиратында, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Һуңынан улар бергәләп фотоға төштө. Сәйәхәт балалар күңелендә матур һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр, тип ышанабыҙ. - Бөгөнгө осрашыу миңә бик оҡшаны. Камераны тәү тапҡыр үҙ ҡулымда тотоп ҡараным. Киләсәктә үҙемде, бәлки, ошо һөнәр менән бәйләрмен. Әле эшләп килгән “Тиктормаҫ” студияһында шөғөлләнергә теләйем,- ти 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 4-се класын тамамлаусы Егор Рәхмәтуллин. Һәр кеше тормошонда һөнәри эшмәкәрлек ҙур урын биләй. Һөнәр һайлау – яуаплы эш. Дөрөҫ һайлаған һөнәр – тормошта үҙ урыныңды табыу, тигән һүҙ. Киләсәгең тураһында уйлағанда, үҙеңә оҡшаған һөнәрҙе һайларға тырышығыҙ, тип теләге килә. Яратҡан һөнәрең булыу – ҙур бәхет, ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.