

Физик культура, йәштәр спорты һәм туризм университетының спорт неврологияһы лабораторияһы мөдире, билдәле табип-невролог һәм рефлексотерапевт Виктор Косстың кәңәштәрен ҡолаҡ һалайыҡ. Уның фекеренсә, һәр физик әүҙемлек кешенең кәйефенә ыңғай йоғонто яһай. Баҡтиһәң, мускулдарыбыҙ хәрәкәт иткәндә эндорфиндар – бәхет гормондары – күберәк бүленеп сыға икән. Шуға кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, бер аҙ булһа ла йүгерергә, велосипедта йөрөп килергә мөмкин.
Әгәр ҙә был сараларҙы ҡулланыу өсөн ваҡытығыҙ етеңкерәмәй йәки мөмкинлегегеҙ юҡ икән, белгес кәңәш иткән ете күнегеүҙе эшләргә өйрәнегеҙ. Уларҙы һеҙ теләгән урында – эштә, өйҙә, ихатала, подъезда, хатта лифтта – тиҙ генә яһарға мөмкин. Иң мөһиме: теләк кенә булһын!
Виктор Косстың әйтеүенсә, кешенең үҙәк нервы системаһында өс төп вегетатив үҙәк бар. Уларҙың әүҙемлеге туранан-тура кәйефкә йоғонто яһай икән. Тимәк, улар әүҙем хәрәкәттә икән, кәйеф тә бик яҡшы буласаҡ, әгәр “ял итә” икән, кешелә күңел төшөнкөлөгө, апатия һәм хатта депрессия барлыҡҡа киләсәк. Белгес һүҙҙәренә ҡарағанда, был өс төп үҙәк (уларҙан тыш, мөһимлеге кәмерәк башҡалары ла бар) баштағы, таз һөйәгендәге һәм ҡорһаҡтағы нервы күҙәнәктәрендә бар. Түбәндәге күнекмәләр уларҙың тонусын күтәреүгә һәм әүҙемлегенә иҫәпләнгән.
Биттең мимик мускулдары. Уларҙы эшләтеп ебәрһәң, баш мейеһе күҙәнәктәре лә әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә улар ярҙамында кешенең кәйефе лә яҡшыра. Шул иҫәптән серотонин – нейромедиатор кимәле лә күтәрелә, сөнки тап ул кеше кәйефе өсөн яуап бирә.
II Ҡорһаҡтағы нервы күҙәнәктәре.
III Таз мускулдары.
7. Был күнекмәне эшләү өсөн шайбаны ҡапҡаға индерегә теләгән ҡапҡасы рәүешенә инегеҙ, йәғни бер аҙ алға эйеләбеҙ, был ваҡытта ҡулдарҙы тубыҡтарға тейҙерәбеҙ һәм кире элекке хәлгә ҡайтабыҙ. Был күнекмә лә, белгес фекеренсә, кәйефте күтәрергә булышлыҡ итә.
Үрҙә әйтеп үтелгән күнекмәләр ябай ғына. Өҫтәүенә уларҙы эшләү өсөн артыҡ көс тә талап ителмәй.