

Быйыл тәбиғәт беҙҙе аномаль күренештәре менән аптыратыуын дауам итә. Иртә яҙҙан ҡар ҙа ҡапыл ғына ирене. Һуңынан республиканың төп өлөшөндә ҡоролоҡ булды. Урман янғындары ҡаҡшатты. Июлдә, бесән мәлендә, Бөрйән районында муйыл сәскә атҡан күренештәр ҙә булды.
Әле иһә ямғырҙар бесән әҙерләргә ҡамасаулай. Ябай ямғыр яуып ҡына ҡалмай, боҙборсағы ла халыҡты ҡаҡшатты. Мәҫәлән, бөгөн Бөрйән районының Монасип ауылында көслө боҙборсаҡ яуыуы тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙә таралды.
Ошо хәлдән һуң "Тәбиғәт беҙҙе ныҡлыҡҡа һынаймы, әллә үҙенең көсөн күрһәтәме?" тигән аптыраулы һорау тыуа. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: Ватсап.
Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-08-08/ta-y-la-bo-borsa-yau-an-3378087