+28 °С
Болотло


Өфөләге 17-се ҡала балалар дауаханаһында үҙенсәлекле операция эшләгәндәр – баланың аяғындағы алтынсы бармағын ҡырҡҡандар. Юғиһә ул бәләкәскә атларға ҡамасаулаған һәм бынан тыш бихисап мәшәҡәттәр тыуҙырған.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бала полидактилия менән йонсоған. Был – бала үҫешендәге етешһеҙлек. Белгестәр артропластика яһаған. Әмәлиәт уңышлы атҡарылған, тимәк, хәҙер бәпес рәхәтләнеп йәшәйәсәк.
Фото: “Башинформ”.