

Талантлы һәм йәш бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытҡан ине. Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы Илнар Хәтмуллиндың үлемен әле булһа күңел ҡабул итмәй. Бигерәк йәл... Әммә, барыһы ла Хоҙай ҡулында...
Ошо көндәрҙә уның вафатына 40 көн тулып үтте. Бейеү өсөн генә яралған бала ине ул... Бейеү өсөн генә тыуған ине лә бит... Бөгөн уның сәхнәлә берсә бөркөт кеүек ғорур ҡараш ташлап, берсә өйөрөлөп, ойоҫҡата баҫып бейегән бейеүҙәрен ҡарап, йөрәк һыҡрай, күңел әрней.
Йәш һәм талантлы бейеүсене тик яҡшы яҡтан ғына хәтергә алайыҡ. Тыныс йоҡла, Илнар! Йәнең йәннәттә булһын!
Фото һәм видео: Сибай концерт- театр берекмәһе