Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Август 2023, 17:37

Ябай ғына укроп орлоғо файҙалы

Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ...

Ябай ғына укроп орлоғо файҙалыЯбай ғына укроп орлоғо файҙалы
Ябай ғына укроп орлоғо файҙалы

Баҡсала сүп үләне кеүек үҫкән әрһеҙ укроптың файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, ул эстә йыйылған, шул сәбәпле ауыртыныу тыуҙырған газдарҙы һәйбәт ҡыуа. Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, һейҙек ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ. Өҫтәүенә был төнәтмә һейҙек тотмау, эс ҡаталау осраҡтарында ла килешә.

Укроп һыуының тағы ла бер файҙалы сифаты – даими эскән осраҡта ул юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә.

Шулай итеп, ябай ғына, әммә файҙалы рецепт: сәйнүккә бер аш ҡалағы укроп орлоғо һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Таҫтамал менән урап, 30-40 минут тотҡандан һуң төнәтмә әҙер. Уны көн дауамында өсәр йотомдан 7-10 тапҡыр эсегеҙ. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашағандан һуң эсергә кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – ашау барышында һәм араһында ҡабул итеү. Бер аҙна эскәндән һуң мотлаҡ һөҙөмтә күренер. Артабан айына 2-3 көн профилактика өсөн эсеп торорға мөмкин.

Фото: pokayadoma.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас