Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Август 2023, 18:10

Ташҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа салат

"Анкл-бенс" тиҙәр уны. 

Ташҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа салатТашҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа салат
Ташҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа салат

"Анкл-бенс" тиҙәр уны. 1 кг ташҡабаҡты шаҡмаҡлап турарға. Артабан сайтта уҡығыҙ.  

500 г помидорҙы блендер менән иҙергә. 300 г һуғанды оҙонсалап турарға. 300 г әсе боросто блендер менән ваҡларға.

Ҡаҙанға 100мл үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ тоҙ, 100 г шәкәр, 100 г помат пастаһы һәм 1 стакан һыу һалып, һүрән ут өҫтөнә ҡуябыҙ. Маринад ҡайнар алдынан ғына ташҡабаҡты һалып, 20 минут бешерәбеҙ. Ҡыҙыл борос менән һуғанды һалып, 15 минут ҡайнатырға. Артабан помидорҙы һалып, тағы ла 15 минут ҡайнатырға. Салат әҙер булғас, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе һалып бутарға ла, йоғошһоҙландырылған банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға.

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас