+24 °С
Ямғыр


Интернетта әсәһенме, өләсәһенме күтәреп хажға барған йәш ирҙең видеояҙмаһы таралды. Ул оло ғына йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы ҡулында тотҡан килеш Ҡәғбә ташы тирәләй атлай, үҙе бер туҡтауһыҙ "биби", "хабиби" тип ҡабатлай. Тәүге һүҙҙе өйҙәге хөрмәтле өлкән кешегә, өләсәйгә, хужабикәгә, ҡатынға әйтәләр, ә икенсеһе "ҡәҙерлем", "яратҡаным" мәғәнәһендә.
Ҡарт әбей "машаллаһ", "машаллаһ" тип үҙ бәхетенә үҙе ышанмай килә.
Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында.
Марат Ғафаров фотоһы.