

Интернетта Әбйәлилдән Мөнирә Кирәева инәйҙең фотоһы һәм шиғыры таралды. Уның баҡсаларғы ҡыярҙарын күрше бесәйҙәре ашай икән. Шуларҙан нисек ҡотолорға белмәй, йәнәһе, үҙе әйтмешләй, "өгөрсә"ләренә носкиҙар кейҙереп ҡуйған.
Халыҡ элеп алды, һелкеп һалды... Кәңәштәр ҙә бирҙе. Колеус исемле сәскә ултыртырға... "Агротекс" ябырға... Оҙон ҡыярҙарға гольфи кейҙерергә...
Лайфхак, заманса әйтһәк. Тик Мөнирә инәй: "Быйыл носкиҙар һаҡлай инде ҡыярҙы. Әле бесәй ашай алмаған. Носки эсендә ҡояш булмағас, үҫәме икән өгөрсә, әйтегеҙ әле, виртуаль дуҫтарым?" - тип борсолған һәм шиғыр яҙған.
Рәхәтләнеп ашармын тип
Сәскән инем ҡыярҙар,
Өлгөргәнен белеп ҡалып
Ят бесәйҙәр ашайҙар.
Бау бәйләнем, үрмәләттем
Буйлап үргә үҫһен тип,
Эй кәкрәндәп һыуҙар ҡойҙом
Ашарыма булһын тип.
Ҡалдырмай бит өгөрсәмде
Ҡара, ала бесәйҙәр.
Аҡыл бирҙе Ләйсән һеңлем:
"Кейҙереп ҡуй нәскиҙәр!"
Шәп кәңәш тип, өгөрсәгә
Нәски бөттөм кейҙереп.
Элеп ҡуйҙым нәскиҙәрҙең
Ҡыҙыл, аҡ һәм күктәрен.
Әйтерһең дә, сәскә атҡан
Ҡыярҙың һабаҡтары!
"Нәскиҙәрең бик етмәһә,
Беҙҙә улар миллион,
Ярҙам ҡулы һуҙабыҙ,
Ҡыярһыҙ йәшәү ҡыйын", -
Тиеп Рита, Рима, Гүзәл...
Шарҡылдашып көләләр.
Өгөрсәгә нәскиҙәрҙең
Етмәҫлеген беләләр.
Барлыҡ ауыл нәски биреп,
Ярҙам итер, моғайын.
Бик булмаһа, охрананы
Әбизәтелне яллайым.
Автор фотоһы.