Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Август 2023, 07:55
Ауыл апайы менән телефондан һөйләшеү
- Алло, ни хәл? Ни эшләйһең? - Эш бөткәнме баҡсала? Кисә һыу һипмәгән инем, ҡыяр әлһерәп ята...
Ауыл апайы менән телефондан һөйләшеү
Колорадо ҡуңыҙына
Өс ҡат һиптерҙек дарыу.
Ҡайҙа бында таҙа аҙыҡ,
Беҙ ҙә ашайбыҙ ағыу.
Еләк тә быйыл әҙ булды.
Күпме һыуын һиптерәм!
Лутсы һатып алып ашау,
Кәрәк түгел, ғарыҡ булдым,
Киләһе йыл бөтөрәм!
Помидорҙар бешеп ята,
Тоҙлағаны ашалмай.
Балалар үҫтерҙек, улар
Эш күп саҡта ҡайталмай.
Ә мужикка рәхәт, ана,
Эҫе тип өйҙә ята.
Миңә генә ал да ял юҡ,
Шулар тип билем ҡата.
Түтәлдәргә әйтерһең дә
Сүп үләне сәскәндәр.
Утап ҡына сыҡҡан инем,
Яңынан баш төрткәндәр.
Ямғыр яуһа хет берәй көн
Ял итер инем бер аҙ,
Һөйләшергә ваҡытым юҡ,
Һин смс ҡына яҙ!
Рәйсә Әһлийәр
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-08-04/auyl-apayy-men-n-telefondan-yl-she-3370793
Автор:
Фируза Рахматуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!