

Ысынлап та, сәскәләр бәхет һәм мөхәббәт символы булып тора, күңелгә нәфислек, шатлыҡ бүләк итә, улар донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, ҡыйын ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.
Ә күҙ яуын алырҙай сәскәләрҙе кем яратмай икән? Беҙҙең районда ла сәскә яратыусылар, йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Улар араһында - ошо матурлыҡты тыуҙырыусы һәм яратыусы Ҡырмыҫҡалы ауылынан Зөһрә Әсфәндийәрова. - Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Биолог булған атайым да сәскәләр яратты. Һатып алып ҡайтып үҙе ултырта торғайны. 8-се кластан һуң тәүге имтиханға атайым Өфө ҡалаһынан миңә пион сәскәләрен алып ҡайтҡайны. Зифа апайым да сәскә үҫтереү менән мауыға. Йорттоң тирә-яғы, өй эсе һәр ваҡыт шау сәскә булды. Әле күптәренең сәскә атыу осоро үтте инде. Ул тиклем сәскәләрҙе ниңә үҫтерәһең, тип әйтеүселәр ҙә бар. Минең өсөн сәскәләр – рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай. Ер эше тынысландыра. Баҡсамды сәскәләрһеҙ күҙ алдына килтермәйем. Иртәнге алтынан алып мин улар араһында. Сәскәләргә һыу ҡойоп, тәрбиәләгәндә күңелем ял итә, йәшәүгә көс-дәрт өҫтәлә. Уларҙың төрлө-төрлөләре бар. Күберәк күп йыллыҡ сәскәләрҙе үҫтерәм, шул уҡ ваҡытта бер йыллыҡтарын да ултыртам. Тәүгеләрҙән крокустар сәскә ата башлай, улар артынан баҡсаны бадан сәскәһе биҙәй, һуңынан нарцисс, тюльпан, ирис, йәшмән, спирея, климатис сираттары башлана. Бөгөн иһә хоста, портулак, астра, гацания, георгин, бәрхәт, сальвия, цинерария кеүек сәскәләрҙең 40-тан ашыу төрө иҫәпләнә. Баҡсамда шулай уҡ иристарҙың 78 сорты, тюльпандарҙың һирәк осрай торған төрҙәре лә бар. Сәскә атып бөтөп, һабаҡтары һарғая башлағас, бөтә көсө тамырға күсә, шул ваҡытта ҡаҙып алырға кәрәк. Бер йыллыҡ катарантус сәскәләрен тышҡа ултыртырға ла, көҙ көнө өйҙә үҫтерергә лә мөмкин. Улар ҡыш буйы сәскә атып ултырасаҡ. Иң яратҡан сәскәләрем – георгиндар, заманында уның йөҙгә яҡын төрө бар ине. Орлоҡтарҙы төрлө онлайн-магазиндарҙан һатып алам,- ти Зөһрә Кинйәбай ҡыҙы.- 1981 йылда юллама буйынса Түбәнге Төкөн ауылына уҡытырға ҡайтҡанда мәктәп фатирында йәшәнем. Фатир алдындағы ер биләмәһе буш, тәҙрә эргәһендә сирень генә үҫеп ултыра ине. Иң беренсе итеп георгин сәскәһен ултырттым. Мин сәскәләрҙе балаларым кеүек күрәм, уларға хәстәрлек күрһәтәм. Кешеләргә ҡарағанда улар рәхмәтлеләр. Тупраҡты һәр ваҡыт урмандан ҡарағай ағастары аҫтынан йәиһә муйыл ағасы аҫтынан алдыҡ. Бөгөнгө көндә Ҡырмыҫҡалы ере Рәсәйҙең ҡара тупраҡ эталоны булып тора. Бик һәйбәт тупраҡлы еребеҙ, нимә сәсһәң дә мул уңыш алырға мөмкин. Шуны ла әйтеп үтер инем: гөл аҫтындағы тупраҡ еңел, тамыр тын алырлыҡ булырға тейеш, ә тыңҡыслап ултыртырға ярамай. Гөл һауыты төбөнә торфтың, ҡомдоң, ҡара тупраҡтың өстән бер өлөшөн һәм ағас көлөн бутап һалырға кәрәк. Шул ваҡытта гөлдәрегеҙ йыл буйына сәскә атып, һеҙҙе ҡыуандырыр. Әсфәндийәровтар ғаиләһе баҡсала сәскәләрҙән тыш, төрлө емеш-еләк ағастарын да үҫтерә. Энәлек, крыжовник ҡыуаҡтары, виноград, слива, алма ағастары йыл һайын күп итеп емеш бирә. Зөһрә Кинйәбай ҡыҙы баҡса сәскәләрен генә түгел, бүлмә гөлдәрен дә үҫтерергә ярата. Бүлмә гөлдәре күп һәм төрлө. Ул күп сәйәхәт итә һәм ҡайҙа ниндәй сит баҡса сәскәләре, үҫемлектәре күрә, шуларҙы алып ҡайтырға тырыша. Тәҙрә төбөндә хатта Көньяҡ Африканан алып ҡайтҡан бүлмә гөлдәре лә матур сәскәгә күмелеп ултыра, Канар утрауынан алған помидорҙары мул уңыш бирә. Испаниянан заказ буйынса алынған помидор орлоҡтары ла бар һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәрен дә ултырта. Зөһрә Кинйәбай ҡыҙының уң ҡулы, ярҙамсыһы Әлфәт Әхмәт улы. Әйткәндәй, Әлфәт ағай оҫта балыҡсы, һунарсы ла. Гөрләтеп баҡса үҫтереп, ихаталарын гөл баҡсаһы итеп тотҡан, эшенән күңел күтәренкелеге һәм бәрәкәт алған хужаларға афариндан башҡа нимә әйтәһең.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.