

Дыуан районының Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы хирургы Азат Бәширов балыҡ ҡылсығы йотҡан пациентты ҡотҡарған.
Ҡатын үҙенең проблемаһы тураһында бер ни ҙә белмәгән була. 60 йәшлек ҡатын ашҡаҙан ауыртыуына зарланып мөрәжәғәт иткән. Тикшереүҙәр перитонитты күрһәтә, был ашығыс операция талап итә. Эсәккә операция барышында табиптар ике сантиметр оҙонлоҡтағы балыҡ һөйәген таба, ул эсәк стенаһына тығыла, был ағзаның тишелеүенә һәм перитонитҡа килтерә.
Һөйәкте сығарып, ҡорһаҡ ҡыуышлығын санациялайҙар. Пациенттың хәле уртаса тип баһалана.
Перитонит – микробтар, аҙыҡ йәки эсәк эсендәге матдәләр тәьҫирендә шешеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ғүмер өсөн хәүефле киҫкен ауырыу. Перитонит диагнозы ҡуйылған осраҡта ашығыс рәүештә дауаханаға һалыу һәм операция яһау ҡаралған.
Сығанаҡ: iuruzan.ru
Фото: bonfit.ru
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-08-03/atyn-ylsy-yot-an-mm-byny-belm-g-n-d-3370463