

Әбйәлил районы республикала күлдәре менән дан тота. Элек-электән Мулдаҡкүлгә (халыҡ телендә - Тоҙлокүл) халыҡ дауаланырға йөрөгән. Уның шифалы тоҙло һыуы, күл янындағы батҡағы быуындар һыҙлауына килешкән.
Хәтеремдә, мин бәләкәй саҡта ла әсәйемдәр йәй көнө арбаға тейәлешеп, самауыр-ҡаҙандарын алып Тоҙлокүлгә барыр ине. Ирәндек аръяғында йәшәгән туғандарыбыҙ беҙҙә туҡтап, улар ҙа бағынырға Әбйәлилдең күлдәренә йөрөр ине.
Бөгөн дә Мулдаҡкүлдән халыҡ өҙөлмәй: кемдер дауа-сихәт эҙләп барһа, икенселәре һыу инә. Әммә йылдан-йыл күлде ләм баҫып барыуы, яр буйҙарын аҡсарлаҡтарҙың төйәк итеүе, күрше Магнитогорск ҡалаһынан эттәрен йөрөтөргә алып килеүҙәре, уларҙан ҡалған сүп-ҡыйҙарының тулып ятыуы күңелде төшөрә. Хәҙер хатта һәүкәштәр ҙә Тоҙлокүлгә "дауаланырға" төшә икән!
Тиҙҙән шифаһы менән дан алған Мулдаҡкүлдән ни ҡалыр?!
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-08-02/k-sht-r-to-lo-yu-a-daualanyr-a-kilg-n-3368983