Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Август 2023, 09:07

Ураҡ киң ҡолас ала

МТС-тың Ҡырмыҫҡалы филиалының баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре киң ҡолас ала.

Ураҡ киң ҡолас алаУраҡ киң ҡолас ала
Ураҡ киң ҡолас ала

Бөгөн баҫыу караптары борсаҡ баҫыуҙарының һуңғы гектарҙарын йыйып һуға. Юғары һауа температураһын файҙаланып, уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн улар бар тырышлығын һала.

- Бына бында 150 гектарҙа борсаҡты һуғырға төштөк. Был борсаҡтың һуңғы баҫыуы. Бер аҙна элек Александровка һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылдары янындағы баҫыуҙағы борсаҡты йыйып алдыҡ.

Уртаса уңыш гектарынан 20 центнер тәшкил итә. 200-ҙән ашыу гектарҙа ужым бойҙайын һуғып алдыҡ. Бойҙайҙың гектар ҡеүәте юғарыраҡ - 35 центнер. Беҙҙең әле был иң беренсе һуғыла торған культуралар. Борсаҡтан һуң ужым бойҙайын йыйырға төшәсәкбеҙ. Һуңынан быйыл яҙ сәселгән ярауай культураларға күсәбеҙ. Беҙҙең бүлексәлә 600 гектар бойҙай, 300 гектарҙа арпа. Мул уңыш алыуға, әлбиттә, һауа торошо ла йоғонто яһай. Яҙ башынан ямғырҙар булмауға ҡарамаҫтан, уңыш бик һәйбәт булмаҡсы. Ҙур көс түгеп үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу хәстәре менән бер рәттән баҫыуҙарҙан һалам да сығарыла. Һаламды пайсыларға таратып бирәбеҙ. Бушаған баҫыуҙарҙы киләһе йыл уңышына әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Августа ужым бойҙайын сәсеүгә лә төшәсәкбеҙ. Иртән килгәс тә комбайндарға техник тикшереү үткәрәбеҙ. Етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала төҙәтергә тырышабыҙ, алмаш частар ваҡытында килтерелә. Иртәнге ысыҡ кипкәс баҫыуға төшәбеҙ, кисен ысыҡ төшә башлауға туҡтайбыҙ. Хеҙмәтсәндәрҙе ашнаҡсылар яланға алып килеп тәмле аштары менән һыйлай,- ти филиал управляющийы Айҙар Бикташев.

Баҫыуҙа йөҙөп эшләп йөрөгән “NEW HOLLAND” сит ил комбайндарын тәжрибәле операторҙар Рөстәм Рәхимов, Азат Хәсәнов, Павел Баранов, Николай Шабалин, Николай Беляев, Николай Лубин, Илфат Аҙнағоловтар эйәрләгән. Әле генә һуғылған уңышты “КамАЗ” водителдәре Әмир Абдрафиҡов, Нияз Суфиянов, Нур Ғиләзетдинов, Әнәс Шаймөхәмәтовтар түкмәй-сәсмәй ырҙын табағына алып барып еткерәләр. Владимир Михайловтың янғын һүндереү машинаһы ла һыу менән тулы ултыра. МТС-тың Ҡырмыҫҡалы филиалының баҫыуҙарында комбайндар геүләүе тынмай әле. Уларға аяҙ күк йөҙө, мул уңыш теләп ҡалабыҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас